Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Февраль 2023, 17:55

ТАЙ ҘА ЙӘЛ ТҮГЕЛ

Тик уландар, ир-егеттәр иҫән ҡайтһын...

ТАЙ ҘА ЙӘЛ ТҮГЕЛ
ТАЙ ҘА ЙӘЛ ТҮГЕЛ

Баймаҡ эшҡыуары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн тай һуйған

Баймаҡ районының Түбә ауылынан эшҡыуар Ҡыуат Боҫҡонов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн бер тай тотонған. Был иттән ауылдың бер төркөм уңған ҡатын-ҡыҙҙары тушёнка һәм ҡаҙы эшләгән.

«Изге уй-ниәттәр менән әҙерләнгән ризыҡтарыбыҙ һәйбәт барып етһен, улдарыбыҙ тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын», - тип хәбәр итә Түбә ауылы халҡы.

Автор:Резеда Валиева