АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Ғинуар 2023, 14:20

БАЛЫҠ, ҠАП, ҠАП

 Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында Ташлы йылғаһы буйында балыҡ тотоу ярышы уҙған. Олоһо ла, кесеһе лә был байрамдан ситтә ҡалмаған.

БАЛЫҠ, ҠАП, ҠАП
БАЛЫҠ, ҠАП, ҠАП
 Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында Ташлы йылғаһы буйында балыҡ тотоу ярышы уҙған. Олоһо ла, кесеһе лә был байрамдан ситтә ҡалмаған. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Бер яҡта балыҡсылар йыйылһа, икенсе яҡта самауырҙар борлап торған, ҡаҙандарҙа балыҡ һурпаһы бешергәндәр. Балыҡсылар мәкеләре эргәһендә мәшәҡәтләнгәндә, тамашасылар гармун моңдары аҫтында бейешеп, балалар өсөн төрлө халыҡ уйындары уҙғарылған.

Бәйгеселәр алдында ваҡытҡа боҙҙо тишеп, мәке уйыу, билдәләнгән ваҡытта мөмкин тиклем күберәк балыҡ тотоу, иң тәмле балыҡ һурпаһы бешереү бурысы ҡуйылған.

Балыҡсылар табыштарын тотҡас, жюри “иң-иң”дәрҙе асыҡлағас, еңеүселәргә, шул иҫәптән тамашасылар араһындағы ярыштарҙа ҡатнашыусыларға ла бүләктәр тапшырылған.
 
Автор:Резеда Валиева