Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Ғинуар 2023, 21:25

ЙЫЛДЫ АСТЫЛАР

Баймаҡ китапханаһында үткән осрашыуға мәғариф ветераны Ғәли Фәхретдинов, хеҙмәт ветераны Ирғәле Хөсәйенов, мәғариф ветераны, “Көмөш ирекмән” исемен яулаусы Хәким Балапанов, шәхси эшҡыуар Булат Рәжәпов, Урал аръяғы инициативалары йәмәғәт союзы, “Саптар” бейеү студияһы етәксеһе Радик Бакиров, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Мырҙағәлина, ирекмән, 3-сө мәктәп уҡыусыһы Илмир Моратов саҡырылды.

ЙЫЛДЫ АСТЫЛАР
ЙЫЛДЫ АСТЫЛАР

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылын, Башҡортостанда иғлан ителгән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылын тантаналы астылар.

Баймаҡ китапханаһы традицион рәүештә йыл атамаларына һәм, әлбиттә, шәхестәргә иғтибар бүләсәк. Бөгөнгө сара “Кесе ватаныбыҙҙы изгелек менән данлайбыҙ” тип аталды. Осрашыуға мәғариф ветераны Ғәли Фәхретдинов, хеҙмәт ветераны Ирғәле Хөсәйенов, мәғариф ветераны, “Көмөш ирекмән” исемен яулаусы Хәким Балапанов, шәхси эшҡыуар Булат Рәжәпов, Урал аръяғы инициативалары йәмәғәт союзы, “Саптар” бейеү студияһы етәксеһе Радик Бакиров, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Мырҙағәлина, ирекмән, 3-сө мәктәп уҡыусыһы Илмир Моратов саҡырылды. Уларҙың һәр береһе башҡаларға файҙа килтергән шөғөлө--проекты тураһында һөйләне: баҫма һалыу, ағас ултыртыу, сүп-сар йыйыу, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү. Яңғыҙ ҙа, фекерҙәштәре менән дә ниндәйҙер эш башҡара улар.

Ә уҡытыусылар иһә Уҡытыусы һәм остаз йылына өмөт бағлауҙарын белдерҙеләр. Сараға “Ижади оҫтахана” студияһы тәрбиәләнеүселәренең (етәкселәре З.М.Кадаева, 2-се мәктәп) яңы коллекциялары йәм өҫтәне.

Сараға килеүселәр тирә-яҡҡа иғтибарлы булырға, күберәк файҙа килтерергә кәрәклеген аңлап таралышты.

 

 

 

Автор:Резеда Валиева