АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
20 Ғинуар 2023, 17:15

САНАЛАРҘА ШЫУАЙЫҠ, САМАУЫР СӘЙЕ ЭСӘЙЕК...

Уҡыусылар ата-әсәлере, уҡытыусылары менән тауҙан санала шыуырға сыҡты...

САНАЛАРҘА ШЫУАЙЫҠ, САМАУЫР СӘЙЕ ЭСӘЙЕК...
САНАЛАРҘА ШЫУАЙЫҠ, САМАУЫР СӘЙЕ ЭСӘЙЕК...

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Юлдыбай ауылы бөгөн гөрләп торҙо. Ауыл мәктәбе алдында "Иң матур быйма", "Иң матур сана" конкурстары үтте. Уҡыусыларҙың фантазияһы ҙур ғына булып сыҡты: кемдер милли орнаменттарға өҫтөнлөк бирһә, икенселәр тыныслыҡты сағылдырған, патриотик темаға мөрәжәғәт иткән. Өлкән класс уҡыусылары араһында 7-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Дәүләтсуринаның быймаһы иң матуры тип табылһа, башланғыс кластарҙан Айгүзәл Бередникованың быймаһы барыһына ла оҡшаны. Сана биҙәү ярышында иһә Заһитулла Әбсәләмов Гран-при яуланы, уның тракторҙы хәтерләткән санаһы бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Ә 1-се класс уҡыусыһы Нуриман Нәҙерғоловтың Кремелде һынладырған санаһы әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп, айырылып тора ине. Уға 1-се урын булды.
Биҙәлгән быймаларын кейеп, тышта рәхәтләнеп бейеп алғандан һуң, барса халыҡ тауҙан шыуырға китте. Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа күңелдәре булғансы саф һауала күңел асты. Аҙаҡ иһә боҫрап торған самауырҙан сәй эсеп, тәмле бөйөрөктәр ашап таралышты. Бергәләп тауҙан шыуыу күңелле икәнен аңланы улар. Ялда тағы ла бергәләп тауға килергә һүҙ ҡуйышты ҡыҙҙар һәм малайҙар! Афарин! Саф һауа һәр кемгә килешә шул...

Автор:Резеда Валиева