Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Ноябрь 2022, 08:25

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ ЙЫЛЫЛА ҠАРШЫЛАЙБЫҘ!

29 йортта «зәңгәр ут» тоташтырылған. Әле эштәр дауам итә...

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ ЙЫЛЫЛА ҠАРШЫЛАЙБЫҘ!
ЯҢЫ ЙЫЛДЫ ЙЫЛЫЛА ҠАРШЫЛАЙБЫҘ!

Ниһайәт, Йылайыр районы Сидровка ауылы газға тоташты. Уларҙың һөйөнөстәре менән беҙ ҙә ихлас уртаҡлашабыҙ, имен-һау йәшәргә яҙһын!

—Сидоровка ауылында иҫтәлекле ваҡиға тарих биттәренә теркәлде.  Халыҡтың күптән көткән хыялы тормошҡа ашты: ауылда “зәңгәр яғыулыҡ” тоҡанды. Был шатлыҡлы ваҡиғаны сидерҙәр оҙаҡ көттө тиһәк тә була. 62 йорттан торған бәләкәй генә ауылдың 36 хужалығы йортарына газ үткәреүгә заявка биргән. Әле 29 йортта "зәңгәр ут" тоташтырылған. Тимәк, Яңы йылды Сидоровка ауылы халҡы газлы килеш ҡаршылаясаҡ. Ауыл халҡының шатлығын беҙ ҙә ихлас уртаҡлашабыҙ!—тип яҙа социаль селтәрҙә ауыл хакимиәте башлығы Әлфирә Ҡотоева.

Автор:Резеда Валиева