Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Ноябрь 2022, 12:00

ЙЫРЛАЙ-ЙЫРЛАЙ ЙӨН ИЛӘЙҘӘР

Хәйбулла районы Әбүбәкир ауылы инәйҙәре кис ултырып йөн иләне, йәштәргә орсоҡ менән эшләргә өйрәтте.

ЙЫРЛАЙ-ЙЫРЛАЙ ЙӨН ИЛӘЙҘӘР
ЙЫРЛАЙ-ЙЫРЛАЙ ЙӨН ИЛӘЙҘӘР

Белмәгән өйрәнә, белгән өйрәтә, тигән хәҡиҡәткә таянып, йәш килендәр ҡул орсоғо, аяҡ орсоғо менән йөн иләргә өйрәнгән, олораҡ апайҙар тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан. Ниндәй өмә йырһыҙ булһын инде!

—Дәртләнеп йыр йырлап эшләгәс, эш тә ырамлы булды,—ти өмәселәр!


 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәре.

Автор:Резеда Валиева