Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
18 Июнь 2022, 10:55

КҮРШЕЛӘР ЯРЫШЫП ЭШЛӘЙ

Йылайыр районындағы Ҡашҡар һәм Исҡужа ауылы бер-береһенә тоташып тигәндәй ята. Уларҙы оло юл ғына айыра. Әле был ике ауылда ла эш гөрләй. Ир-егеттәр өмәгә сыҡҡан.

КҮРШЕЛӘР ЯРЫШЫП ЭШЛӘЙ
КҮРШЕЛӘР ЯРЫШЫП ЭШЛӘЙ

Ҡашҡар ауылы ир-азаматтары мәсетте ремонтлай. Әле манара менән ҡыйыҡ эше тамамланған. Ә исҡужалар Ташлы тау итәгенә Исҡужа тигән яҙыу ҡуйҙы. Афарин!

Автор:Резеда Валиева