Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Июнь 2022, 12:45

СУҠҠАРАҒАСТА - ЯҢЫ БАҪМА

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы егеттәре шәп! Ситтән ярҙам көтөп тормағандар!

СУҠҠАРАҒАСТА - ЯҢЫ БАҪМА
СУҠҠАРАҒАСТА - ЯҢЫ БАҪМА

--Күгиҙел ауылы үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән сикһеҙ ғорурлана. Йәштәрҙең ҡайһыһы Себер тарафтарында эшләһә, бәғзе берҙәре туған төйәгендә донъя көтә.
Күбеһе үрнәк алырлыҡ егеттәр улар. Һүҙем Сирусин Айҙар һәм Биктимеров Илнар тураһында. Суҡҡарағас йылғаһы аша һалынған баҫма күптән туҙған ине. Был ике эшһөйәр егет иҫкеһен һутеп ташлап, янынан ярына ҡырсынташ түшәп өр-яңы баҫма һалып та ҡуйҙылар. Әйткәндәй, ошо күпер аша "Ғәйзән" ҡотоғона (ҡоҙоҡ--диалект) һыу алырға йөрөйҙәр. Баҫмаға киткән материалды уңған егеттәр үҙҙәре тапты. Бына шулай, тирә-яҡҡа йәм биреп тороусы күпере ла ҡотоғо ла бар беҙҙә. Ауылды, тирә яҡты төҙөкләндереүсе егеттәр Биктимеров Илнарға, Сирусин Айҙарға, Аҫылбаев Ғаяздың ғаиләһенә Күгиҙел ауылы халҡы оло рәхмәтен еткерә,--тип яҙа социаль селтәрҙә Зифа Мәүлитова.

Автор:Резеда Валиева