Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Октябрь 2021, 20:55

ҮҪҺЕН ШАУЛАП!

Быйыл Хәйбулла районында бик ҙур урман биләмәһе янғындан зыян күрҙе. Шуға ла хәйбуллалар "Хәтер баҡсаһы" акцияһына ихлас ҡушылды һәм 8 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртты.

ҮҪҺЕН ШАУЛАП!
ҮҪҺЕН ШАУЛАП!

"Хәтер баҡсаһы" акцияһы сиктәрендә Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылына яҡын биләмәлә 8 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Ошондай уҡ эш киләсәктә, йәғни яҙғыһын 15 гектарҙа башҡарыласаҡ.

Билдәле булыуынса, быйыл янғындан район территорияһында меңләгән гектарҙа урман янды. Шуға ла төбәктә ағас ултыртыу - өҫтөнлөклө йүнәлеш.

 

 

Автор:Резеда Валиева