АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2023, 17:40

ЕҢЕҮСЕГӘ - 45 МЕҢ!

Был турҙа тик ҡыйыуҙар, состар, етеҙҙәр ҡатнашты. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡ булыуҙарын иҫбатланылар.

ЕҢЕҮСЕГӘ - 45 МЕҢ!
ЕҢЕҮСЕГӘ - 45 МЕҢ!

Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән "Яманташ" экстрим-туры үткәрелде. 25-26 февралдә командалар үҙ-ара көс һынашты. Иҫке Яҡуп ауылынан ҡуҙғалып, Яманташта туҡталып, унан Юлдыбайға юл тотоп, йәмғеһе Һаҡмар йылғаһы буйлап 24 км юл үттеләр.

Сарала биш команда, атап әйткәндә, Хәйбулла районынан, БСТ каналынан, "Асыҡ төбәк" Һаҡлыҡ банкынан, Рәсәй география йәмғиәтенән төркөмдәр һәм "Урал аръяғы" командаһы ҡатнашты. Ике көн буйына экстремаль шарттар аша үтеп, үҙҙәрен сослоҡта, етеҙлектә, ҡыйыулыҡта, ныҡлыҡта һынап ҡаранылар. Командаларҙа гүзәл заттар ҙа бар ине. Улар ҙа үҙҙәрен бик яҡшы күрһәтте.

Шулай итеп, тәүге урынға Урал аръяғы командаһы сыҡты. Улар 45 мең һум һәм кубок менән бүләкләнде. Икенсе урынды яулаусы Рәсәй география йәмғиәте командаһына 30 мең һум бирелде. Өсөнсө урынға хәйбуллалар сыҡты, уларға 15 мең һумға сертификат бирелде.

Афарин! Ҡотлайбыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: