Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2023, 09:20

БИЛАЛДА АТ ЯРЫШЫ ҮТТЕ

Урал аръяғының йәмәғәт инициативалары союзы Билал ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап һәм Рәсәй геройы, Генерал-майор М.Шайморатов иҫтәлегенә ат ярышы үткәрҙе.

БИЛАЛДА АТ ЯРЫШЫ ҮТТЕ
БИЛАЛДА АТ ЯРЫШЫ ҮТТЕ

Элек-электән ат кешенең юлдашы булған, уның менән ҡайҙа ғына йөрөмәгән, нимә генә күрмәгән. Хужалыҡ эштәрендә лә, яу яландарында ла, һабантуйҙарҙа ла, транспорт сараһы булып та ат ҡулланылған.

Һуғыш аттарын ғына алайыҡ. Һабантуй майҙанынан, бураҙналарҙа һабандарын, тырмаларын ҡалдырып, ир-егеттәрҙе алып, яуға китәләр. Илде яҡлап, ерҙе һаҡлап утҡа инәләр, һыуға керәләр, ғүмерҙәрен бирәләр.

Башҡорт аттары Рәсәй менән берлектәге бик күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Һуғыш йылдарында ир-егетте атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмаған. Ат уның иң яҡын дуҫы ла, иң беренсе ҡоралы булған.

Башҡорт аты илен һәм халҡын быуаттар буйына данға күмгән. Спорт өлкәһендә лә ат яҡшы ҡулланыла. Һабантуйҙарҙа бәйге өсөн ат сабыштары ла үткәрелгән. Ул йола бөгөнгө көндә лә киң ҡулланыла.

Баймаҡ районы Билал ауылында кисә күркәм сара үтте. Уны Урал арьяғының йәмәғәт инициативалары союзы ойошторҙо. Был Билал ауылында уҙғарылған тәүге ат ярышы түгел. Быйылғыһы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Генерал-майор М.Шайморатов иҫтәлегенә ойошторолдо. Ат ярышы өс категорияла үтте. 2 йәшкә тиклем аттарҙа 1,6 км, 3 йәш һәм унан өлкән аттарҙа 6 километрға уҙыштылар. Сана тағылған юртаҡтарҙа 3,5 километрҙа үҙ етеҙлектәрен һынап ҡаранылар.

Шулай уҡ бында саңғы ярышы, йәйәнән уҡ атыу һәм башҡа спорт ярыштары үтте. Сараны концерт йәмләне. Килеүселәрҙе йылы сәй менән һыйланылар.

Өлкән аттарҙағы ярышта Әбүшәһитов Данияр, 3 йәшлек аттар менән ярышта Сәфәрғәлин Нуриәхмәт, 2 йәшлек аттар ярышында Фәнүр Фәйзуллин беренсе урын яуланы тип хәбәр иттеләр.

Автор:Резеда Валиева