АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2023, 20:30

КОМАНДАЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ

Хәбәр иткәйнек инде: 25-26 февралдә Йылайыр районында экстирм-тур үтә. Командалар Иҫке Яҡуп ауылынан ҡуҙғалып, Яманташта туҡталып, унан Юлдыбайға юл тотоп, йәмғеһе Һаҡмар йылғаһы буйлап 24 км юл үтергә тейеш. Әле командалар районға килә башланы.

КОМАНДАЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ
КОМАНДАЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ

Бөгөн йылайырҙар «Яманташ» экстрим турында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды. Экстрималь тур яратыусылар 5 командаға тупланды.
Улар оҙайлы һәм ауыр юлға ентекле әҙерләнгән. Командалар медицина тикшереүе үтеп, комиссия кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителеүҙе баһалағас ҡына ҡатнашыуға рөхсәт алды; маршрут, өҫтәмә һынауҙарға һәм мөмкин булған хәүефтәр буйынса инструктаж үткәрелде.
Фотолар экстрим-тур төркөмөнән алынды.

Автор:Резеда Валиева