Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2023, 13:55

ЙЫЛАЙЫРҘАР ЭКСТРИМ-ТУР ҮТКӘРӘ

Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән "Яманташ" экстрим-туры үткәрелә. 25-26 февралдә командалар үҙ-ара көс һынаша. Иҫке Яҡуп ауылынан ҡуҙғалып, Яманташта туҡталып, унан Юлдыбайға юл тотоп, йәмғеһе Һаҡмар йылғаһы буйлап 24 км юл үтергә тейештәр.

ЙЫЛАЙЫРҘАР ЭКСТРИМ-ТУР ҮТКӘРӘ
ЙЫЛАЙЫРҘАР ЭКСТРИМ-ТУР ҮТКӘРӘ

Командалар тулыһынса кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Палатка, йылы кейем, фонарь, рация һәм башҡаһының булыуы мөһим.

 

--"Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсы сиктәрендә планлаштырылған сараларға әҙерлек барышы мәсьәләләре буйынса район ойоштороу комитеты ултырышы булды. Айыҡлыҡты, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалаған сара ҡышҡы тәбиғәт шарттарында сыҙамлыҡҡа үҙенсәлекле һынау буласаҡ,--тип яҙа йылайырҙар.

Автор:Резеда Валиева