+9 °С
Болотло
Юлдыбай — төбәгебеҙҙәге ҙур ауылдарҙың береһе. Быйыл ул «Айыҡ ауыл» республика конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарай. Әле улар ең һыҙғанып һәр төрлө саралар үткәрә.
Әйткәндәй, сәләмәт тормош алып барыу өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар. Иманға әйҙәп бер түгел, ике мәсет эшләй. Спорт һөйөүселәр өсөн физкультура-һауыҡтырыу комплексының ишеге һәр саҡ асыҡ. Бында ололар ҙа, кеселәр ҙә теләп килә. Ауыл мәктәбе уҡыусыларының да ул яратҡан урыны. 4-6 класс малайҙары ла бында бик йыш килә, футбол, волейбол уйнарға ярата улар. Хәрәкәттә - бәрәкәт икәнен яҡшы аңлайҙар. Афарин!