-7 °С
Ҡар
Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Башҡортостан Спорт министрлығы асылыуға 100 йыл тулыу айҡанлы район хакимиәте башлығы кубогына ир-егеттәр командалары араһында хоккей ярышы үтте. Ярышта Иҫке Сибай, Йылайыр районының Исҡужа ауылы һәм Баймаҡ ҡалаһы командалары көс һынашты.
Көсөргәнешле һәм сәмле көрәштә Баймаҡ командаһы ҙур айырмалыҡ менән еңеү яуланы. Иҫке Сибай ауылының “Атайсал” командаһы хоккейсылары ла һынатманы, ҡапҡасылары "Иң оҫта ҡапҡасы" булараҡ билдәләнде.
--Мауыҡтырғыс уйын өсөн уны ойоштороусыларға һәм хоккейсыларға көс-ҡеүәт биреп, дәртләндереп торған көйәрмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!--ти иҫке сибайҙар.