АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2023, 19:30

ХӘЙБУЛЛА БАТЫРЫ

Байғусҡар ауылында күптән түгел "Хәйбулла батыры" тип аталған турнир ойошторолған.

ХӘЙБУЛЛА БАТЫРЫ
ХӘЙБУЛЛА БАТЫРЫ

Әлеге мәлдә ҡар яуа, буран сыға, тип тормай хәйбуллалар: көн һайын тиерлек төрлө ярыштар үткәрәләр. Мәҫәлән, Байғусҡар ауылында күптән түгел "Хәйбулла батыры" тип аталған турнир ойошторолған.

Ярышта ҡатнашыуға 30-ҙан ашыу ир-егет теләк белдергән. Улар өсөн төрлө үҙенсәлекле, ауыр һынауҙар әҙерләнгән. Ҡатнашыусылар төрлө категорияларҙа еңеүсе булып танылған. Уларҙың барыһы ла "Хәйбулла батыры" тигән исемгә лайыҡ булған, иҫтәлекле бүләктәр алған.

Еңеүселәр:

10 йәшкә тиклемгеләр араһында - Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусыһы А. Билалов;

14 йәшкә тиклемгеләрҙән - Д. Сабитов (Аҡъярҙың 1-се мәктәбе уҡыусыһы);

17 йәшкә тиклемгеләрҙән - Н. Теләйев (Аҡъярҙың 1-се мәктәбе уҡыусыһы);

33 йәшкә тиклемгеләр араһында - Миңнур Нураев (Аҡъярҙағы янғын часы хеҙмәткәре).

Спорт ветерандары араһында беренсе урынды Риф Баймырҙин алған, унан бер балға ғына ҡалышып, Ғирфан Мәмбәтов икенсе булған.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

АВТОР: КӘРИМӘ УСМАНОВА.

Автор:Резеда Валиева