Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Декабрь 2022, 08:15

БЕРҘӘМЛЕКТӘРЕ ҺОҠЛАНДЫРА!

Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында берҙәм, татыу, егәрле халыҡ йәшәгәнен барыбыҙ ҙа ишетеп беләбеҙ. Ошо күркәм сифаттары менән улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеү яулағайны. Конкурс күптән үтеп китһә лә, улар бергәләп ауылдың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн эшләүҙән туҡтамай. Кисә дәррәү генә хоккей майҙансығын ҡарҙан таҙарттылар.

БЕРҘӘМЛЕКТӘРЕ ҺОҠЛАНДЫРА!
БЕРҘӘМЛЕКТӘРЕ ҺОҠЛАНДЫРА!

--Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы берҙәм көс булып, спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни үҙәктең хоккей майҙансығын ҡарҙан таҙартырға сыҡты. Ауылдың ир-егеттәренә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ярҙамға килде. "Күмәкләгән яу ҡайтарған", тигәндәй бергәләп тотонғас, эш тә ырамлы булды. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң майҙансыҡ тулыһынса тиерлек ҡарҙан таҙартылды,— тип яҙа улар социаль селтәрҙә.

Автор:Резеда Валиева