Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июнь 2022, 17:00

БЕҘ БУЛДЫРҘЫҠ!

Кисә Сибай ҡалаһында велосипедсылар ярышты. Унда беҙҙең элекке хеҙмәттәшебеҙ Линара Ҡырымғужина ла үҙ көсөн һынап ҡараны. --Аҙна башында 50 километрҙы уҙышыу буйынса Гревл-уҙыш үтәсәген ишеткәйнем. Бындай оҙон араны үтә алмаҫмын һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа барып ҡарарға булдым, - ти Линара.

БЕҘ БУЛДЫРҘЫҠ!
БЕҘ БУЛДЫРҘЫҠ!

- Теркәлеү алдынан ярыш арауығын бер аҙ кәметтеләр. Маршрут буйынса брифинг, яңы танышыуҙар, старт алдынан Руфинала портерт эшләтеү... Барыһы ла дәртләндерҙе. Ҡояшлы, аяҙ, матур көн ине. Беҙ үтәсәк юлдың 40 проценты ғына асфальтлы, ҡалғаны грунтлы, ҡырсынташлы. Беҙ Мәҙәниәт һәм ял паркынан ҡуҙғалып, Арҡайым ҡасабаһына барып, Нефтебаза, Алтын ҡасабаһы аша сығып, карьер тапҡырынан Таусы ҡасабаһына юл тотоп, Көнсығыш шоссе, Пархоменко, Белов урамдарын, Идустриаль шоссе, Бүләков, Чайковский урамдарын, баҡсаларҙы, "Шифа" лагерын, Төньяҡ ҡасабаһын үтеп, Балыҡсылар йортонан Чайковский урамына килеп, старт алған паркка килеп торорға тейеш инек. Ярты юлдан күберәген үткәс, ямғыр башланды. Ҡойоп яуған ямғырға бысранып, бысраҡҡа батып-ҡойоноп уҙышыу еңелдән булманы. Туҡтап тәгәрмәстәрҙе таҙартырға тура килде, күпмелер ерҙе йәйәүләп, велосипедты этеп тә үттек. "Ҡуй, боролайым да ҡайтайым", - тигән уй ҙа башҡа килде. Әммә үҙемде еңдем. Мин дә, башҡалар ҙа булдырҙыҡ! Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Финишта беҙ баштан аяҡҡаса бып-бысраҡ булһаҡ та ҡәнәғәт инек,--тип яҙа социаль селтәрҙә уҙышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында өсөнсө урын алыусы Линара Ҡырымғужина.

 




Автор:Резеда Валиева