АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
16 Апрель 2022, 10:25

Снежана фатирлы булды

Хәйбулла районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған категорияға ҡараған йәштәрҙе торлаҡлы итеү эше дауам итә. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Снежана Мартыноваға торлаҡ асҡысы тапшырҙы. Снежана йәш әсә, ире менән ике йәшлек ҡыҙ үҫтерәләр. Улар үҙ мөйөштәре булыуға һөйөнөп бөтә алмай.

Снежана фатирлы булды
Снежана фатирлы булды

--Яҙ, йәй фатирҙы йыһазландырыу менән булышһаҡ, көҙ Аҡъяр тау колледжына уҡырға инергә хыялланам, -- тип пландары менән уртаҡлашты Снежана Мартынова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған категорияға ҡараған йәштәрҙе торлаҡлы итеү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Снежана фатирлы булды
Снежана фатирлы булды
Снежана фатирлы булды
Автор:Гульдар Кадаева