Бөтә яңылыҡтар
Социаль мөхит
26 Март , 21:50

Бала ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуана

Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзы ағзалары Йылайыр районының Матрай ауылы приютына барып унда тәрбиәләнеүселәрҙең хәлен белешкән. Йәмәғәтселәр буш ҡул менән йөрөмәгән: һауыт-һаба йыуыу машинаһы, күстәнәстәр тейәп барған.

Бала ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуана
Бала ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуана

--Санпин талаптарына ярашлы, приютта ошондай көнкүреш техникаһы булырға тейеш. Уны һатып алырға үҙебеҙҙең хәлдән килмәгәс, Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзына мөрәжәғәт итеүебеҙ булды, уны алып килеп тә еткерҙеләр,-- тип ҡыуаныслы яңылығы менән бүлеште Матрай балалар приюты мөдире Светлана Сәйфуллина. – Баймаҡ эшҡыуарҙарына, предприятиелар етәкселәренә (@ramil_baibulatov, @sagadeev1993, @miru1991) ҙур рәхмәт! Изге Ураҙа айы алдынан ҡылған ғәмәлдәре үҙҙәренә йөҙләтә артып ҡайтһын!

Әйткәндәй, приютта тәрбиәләнгән балаларҙың 90 проценты Баймаҡ районынан. Ундағы ҡыҙҙар-малайҙарҙың һаны даими үҙгәреп тора. Эшҡыуарҙар форсаттан файҙаланып, яҙғы каникул осоронда балаларҙы кинотеатрға, балалар уйыны бүлмәләренә ял итергә алып барыу, тәмле-татлы ашамлыҡтар менән һыйлау өсөн Баймаҡҡа ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтҡан.

#союзобщественныхинициативЗауралья

Мәғлүмәт, фотолар Иҙел Солтанов сәхифәһенән алынды.

Бала ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуана
Бала ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуана
Бала ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуана
Бала ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуана
Автор:Гульдар Кадаева