Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
7 Февраль 2022, 18:30

Ярҙам килде

PepsiCo коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм «Русь» аҙыҡ-түлек фонды Баймаҡ районына 16 тонна ризыҡ алып килде. Уны мохтаждарға таратыу күҙаллана.

Ярҙам килде
Ярҙам килде

"Аҙ килемле, күп балалы ғаиләләр, етем балаларҙы тәрбиәгә алғандар, инвалидтар, шулай уҡ малы төйөрлө дерматиттан зыян күргән Урғаҙа һәм Төркмән ауылдары халҡына аҙна дауамында тапшырылып бөтә. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһында: ярма, йәшелсә, он, шәкәр, көнбағыш майы - йәмғеһе 15 төр ризыҡ бар, — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Гульдар Кадаева