Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
15 Июль 2021, 11:30

Икеләтә ҡыуаныс

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Гөлсәсәк һәм Альберт Мәҡсүтовтарҙың ғаиләһендә оло ваҡиға -- игеҙәктәре Алина һәм Айгиз тыуҙы. Быға ҡәҙәр 3 бала тәрбиәләгән ғаилә хәҙер 5 балалыға әүерелде. Өлкән улдары юғары белем алһа, икенсе ҡыҙҙары Нәркәс 6-сы мәктәпте “ҡыҙыл” аттестатҡа тамамлаған. 5-се класҡа уҡырға барасаҡ Наҙгөлгә 10 йәш. Дауамы сайтта.

Икеләтә ҡыуаныс
Икеләтә ҡыуаныс

Алина ҡустыһы Айгиздән 2 минутҡа алда тыуған. Ҡыҙҙың ауырлығы 2950 г. булһа, Айгиздеке 2770 г. Бәпестәрҙең тән оҙонлоғо бер иш – 50 см.

--Сабыйҙарға исемде атайҙары һайланы,--ти Гөлсәсәк Юлай ҡыҙы. Ул ғүмере буйы Алина исемле ҡыҙы булыуын теләгән. Исемдәренең А хәрефенән башланыуын гел беренсе булһындар тип юраныҡ. Игеҙәк булырын баштан белдек, береһе ҡыҙ, береһе малай буласағын да табиптар әйтте.

--Ҡала хакимиәте етәкселегенә бәпестәребеҙҙе транспортлы -- коляскалы итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт!—ти ғаилә башлығы Альберт Ғәбит улы.—Хәҙер беҙ ҙә, өлкән балалар ҙа бәпестәрҙе уңайлы коляскаға һалып саф һауаға урамға алып сығып йөрөтә алабыҙ.

Икеләтә ҡыуаныс
Икеләтә ҡыуаныс
Автор:Гульдар Кадаева