Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Февраль 2022, 22:55

Донецк һәм Луганск республикаларын айырым дәүләт итеп танырға

21 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының Именлек Советының ҙур ултырышын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең дәүләтселеге өсөн көрәшкән Донецк һәм Луганск республикаларын айырым дәүләт итеп танырға кәрәклеге тураһында сығыш яһаны.

Донецк һәм Луганск республикаларын айырым дәүләт итеп танырға
Донецк һәм Луганск республикаларын айырым дәүләт итеп танырға

– Күптән өлгөргән ҡарарҙы ҡабул итергә кәрәк тип иҫәпләйем – Донецк Халыҡ Республикаһын һәм Луганск Халыҡ Республикаһын танырға. Рәсәй граждандары был ҡарарҙы хуплар, тип ышанам, – тине Владимир Путин.

Барыһының да фекерен тыңлап бөткәс, Рәсәй Президенты Донецк Халыҡ Республикаһын һәм Луганск Халыҡ Республикаһын айырым дәүләттәр тип таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Шулай уҡ был сарала Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы етәкселәре Денис Пушилин һәм Леонид Пасечников ҡатнашты һәм улар ҙа дуҫлыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итеү тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.

“Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының был ҡарарҙы хуплауын, ә һуңынан ике республика менән дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһындағы килешеүҙе раҫлауын һорайым. Был ике документ ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләнәсәк һәм ҡул ҡуйыласаҡ”, – тип белдерҙе Ил Президенты.  

Владимир Путин Украина етәкселегенән Донбасстағы көс ҡулланыуҙарҙы туҡтатыуҙы һораны һәм ундағы эҙемтәләр өсөн Киев яуаплы буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ҡул ҡуйылған килешеүҙәргә ярашлы, Рәсәй хәрби көстәре Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәләрендә тыныслыҡты тәьмин итергә тейеш.

Донецк Халыҡ Республикаһын һәм Луганск Халыҡ Республикаһын ирекле дәүләттәр итеп таныу һәм Рәсәй Федерацияһының был республикалар биләмәһендә тыныслыҡты тәьмин итеү тураһындағы килешеүҙәр Кремлдең хоҡуҡи порталында баҫылды.    

Рәсәй Президенты Донецк Халыҡ Республикаһын һәм Луганск Халыҡ Республикаһын ирекле дәүләттәр булыуын таныған Указға ҡул ҡуйғас, был ике республикала салюттар атылды, автоуҙыштар үткәрелде, ғөмүмән, халыҡта киләсәккә ышаныс тыуҙы. Шулай итеп, ете йылға һуҙылған билдәһеҙлеккә сик ҡуйылды, тип ышанайыҡ.

Автор:Гульдар Кадаева