АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Июль 2021, 09:35

ҺӘР КЕМГӘ - 10 МЕҢ

Дәүләт Думаһына закон проекты тәҡдим ителде

ҺӘР КЕМГӘ - 10 МЕҢ
ҺӘР КЕМГӘ - 10 МЕҢ

“Ғәҙел Рәсәй” партияһы май айынды Дәүләт Думаһына шәп тәҡдим менән сыҡҡайны. Улар һәр кемгә ай һайын 10 мең һум түләү ҡарай. Партия август айында Ғәҙел килем базаһы закон проектын йәнә тәҡдим итергә йыйына.

--Әле иҫәпләйбеҙ. Беренсе категория—ул балалы ғаиләләр. Беҙ һәр ғаилә ағзаһына ай һайын 10 мең һум түләргә тәҡдим итәбеҙ,--ти партия рәйесе Сергей Миронов “РИА Новости”ға биргән интервьюһында.

Мәҫәлән, бер бала тәрбиәләүсе яңғыҙ әсә 20 мең һум ала. Биш кешенән торған ғаилә—атай, әсәй, өс бала—50 мең һум ала.

Партия етәксеһе әйтеүенсә, алдан иҫәпләүҙәр буйынса был проектҡа йылына  7, 5 трлн һум кәрәк.

Икенсе этапта ошондай уҡ ярҙам пенсионерҙарға, унан илдең һәр гражданына булырға тейеш. Һәр этапҡа 3-4 йыл китә.

 

“Ғәҙел Рәсәй”ҙең тәҡдиме бойомға ашырмы, юҡмы—ваҡыт күрһәтер. Ә әлегә ил етәксеһе В.В.Путин күрһәтмәһенә ярашлы, һәр мәктәп уҡыусыһына бер тапҡыр 10 мең һум бирәлә. 19 июлгә “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша 10 млн ата-әсә 14 млн балаға ғариза биргән.

 

Автор:Резеда Валиева