Мәмдүҙә миңә, амбулаторияға, ҡабул итеүгә килде. Иркен үк залдың бер яҡ мөйөшөндә таҡта менән бүленгән аптекаға, йә башҡа йомош табып унда-бында үткән арала ҡаралырға, процедураға килеүселәрҙе абайлап-байҡап йөрөйөм. Бөгөнгө сират апаруҡ оҙон ғына, ҡарт-ҡоро, ҡатын ҡыҙ стена ҡырындағы имән ағасынан һумалтыр әтмәләнгән, ҡара йәшел буяҡ менән шалланған оҙон эскәмйәгә теҙелгән, йәш-елкенсәк, ир-ат аяғөҫтө, асыҡ ишектән бер нисәүҙең солан тупһаһының күтәрмәһендә тәмәке быҫҡытҡаны күҙгә ташлана. Апай ашыҡмай, ипле генә баҫып күренде лә эскәмйәнең бер ситендә ҡалған урынды биләне, шунан сабырлыҡ күрһәтеп үҙенән алдағыларға һуңлағандарын ҡушып үткәреп бөткәс иң аҙаҡҡа ҡалып инеп ултырғыс ситенә һаҡты. Ҡаҡшауы еткән, арҡа терәй, ултыра торған ерҙәрендәге йышылып бөткән буҫтауы һиҙерәп туҙған, тояҡтар беркетелгән урыны яҫы ҡалай тартып нығытылған ултырғыс ауырлыҡҡа зарланғандай ризаһыҙ ыңғырашып ҡуйҙы. Әйтерһең дә уға ултырыусы түгел, ул үҙе сырхай, үҙе һыҙлана.
Элек беҙҙең ауылдың үрге яҡ түңендә, урманға терәлгән ҡаҡланда тирә-яҡта киң билдәле ҙур участка дауаханаһы урынлашҡайны. Унда баш табип вазифаһын Өфөнөң үҙенән йүнәлтмә менән килгән Мотаһир Ғәлләмов ағай үтәне, тәғәйен ваҡытын тултырып ҡайтып киткәйне, уны ауылыбыҙ кешеһе, тәжрибәле фельдшер Сания апай алыштырҙы. Аҡбалсыҡ менән ағартылған ҙур йорт, аҡ халатлы хеҙмәткәрҙәр тирә-яҡҡа аҡлыҡ, паклыҡ сафлыҡ, сәләмәтлек таратҡан төҫлө ине. Бара-тора йорт иҫкерҙе, харабаға ҡалып емерелеү хәленә етте, мәгәр юғарылағы етәкселек дауахананы ремонтларға ашыҡманы, ауырыуҙар һаны ҡырҡа кәмеүгә, тағы насар отчет күрһәткестәренә һылтанып уны ябып, медицина, хужалыҡ ҡаралтыларын бер нисә йөк машинаһына тейәп юл эсендә ятҡан Юлдыбай ауылына күсерҙе. Мәктәп бөтһә - ауыл бөтә, һаулыҡ һаҡлау йорто ябылһа сәләмәтлек китә, тигәндәре ысындыр, ауылыбыҙ әүәлге күрмәлеген юғалтып миктәп ҡалғандай итте. Шөғөлһөҙ ҡалған, сит яҡтарҙан йыйылған медперсонал да оҙаҡ торламай таралышты. Ни ҡылмаҡ, күп нимәне ус аяһылай ҡағыҙ, унда түбәнән алып яҙылған һандар хәл итә күп осраҡта. Халыҡ ризаһыҙ шаулап, сход үткәреп дауахананы кире ҡайтарыуҙы талап итә башлағас бында ла әмәле табылды; йорттоң ауырыуҙар ятҡан палаталарын килгән-киткәндәр өсөн ятаҡ иттеләр ҙә ҡыҫынҡы яғында урынлашҡан медпунктты табип амбулаторияһына әүерелдерҙеләр, бары алтаҡталағы яҙыуҙы үҙгәртеү менән генә сикләнгәс был сара ла артыҡ сығымдар талап итмәне, бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән, тик әтнәкә шунда, был юлһыҙ йәһәннәм төпкөлөнә ниндәй генә табип ҡутараһынан вәғәҙәләнгән ҙур аҡсаға алданып килһен инде, башы икеме?! Табипты, дауахана күсеү менән пенсияға киткән Сания апайҙың урынына юҡ тигәндә лә уны алыштырырлыҡ лайыҡлы кешене ҡайҙан табырға? Эҙләгән юлыға, йүнләгән таба, урында эшләп йөрөгәндәрҙе, райондан сығып ситтә һибелгән кадрҙарҙы берәмләп теүәлләгәндәрҙер, Иҫәнғол район дауаханаһында “Тиҙ ярҙам” станцияһындағы мине уйламаған ерҙә, кинәт, көтмәгәндә иҫтәренә төшөрөп, ауылдаштарың һорайҙан һалдырып, килешеү өсөн сапҡынсы ебәреп ҡайтарып алдылар. Ни сәбәптән кандидатурамда туҡталғандарҙыр, билдәһеҙ, сөнки махсус урта белемле, ур-та ҡул фельдшерҙар аҙым һайын, ҡайҙа ла етерлек, мәгәр исеме есеменә, силәгенә ҡапҡасы тап килмәне был үҙгәрештең, участка дауаханаһынан ҡалған иҫке-боҫҡо, ҡалған-боҫҡандан әүәләнгән фельдшер пункты тик торғанда табип амбулаторияһы булып китмәне. Буйҙаҡ кеше етеҙ була, мин дә һәләт йыйынып, бар мөлкәтемде бер сумаҙанға һыйҙырып тиҙ арала ҡайтып та төштөм. Берәҙәк, елғыуар, вайымһыҙ улының ниһайәт аҡылға ултырып ҡайтып ауылда төпләнергә йыйыныуы әсәйем өсөн көтөлмәгән оло ҡыуаныс булды. Ауылдаштар эшкә һынап ышаныс күрһәткәс ҡулдан килгәнсе тырышҡан булам тағы, ни тиһәң дә борон ярты ауылдың балаларын яҡты донъяға тыуҙырышҡан кендек әбейенең, билдәле имсенең ейәне бит әле мин! Күренергә тип беҙҙекеләр генә түгел, күрше ауылдарҙан да күпләп киләләр, ҡарамағымда акушерка, прививка, процедуралар өсөн яуаплы шәфҡәт туташтары, ә мин көн барышында иҫке ултырғысты сыйнатып, уфтандырып ау-ырыуҙар ҡабул итәм, төндәрен иһә саҡырыуҙарға сығам.
Бына алдымда сираттағы, бөгөнгө ҡабул итеүгә иң һуңлап ингән ауырыу - иллене үткән, ҡаҡса кәүҙәле, тәбәнәк буйлы, йәйен-ҡышын совхоз бүлексәһендә төрлө эштәрҙә йөрөгән Мәмдүҙә апай. Ауылдың түбәнге осонда ҙурлығы усаҡлыҡтан ары китмәгән соланһыҙ йортта яңғыҙы ғына көн итә ул. Йәй көндәре ырҙын табағына, ҡыш фермаға барып ҡайтыуын, кибеткә шәкәр-сәй артынан сығып әйләнеүен иҫәпкә алмаһаң урам араһында ла һирәк күренә, ҡунаҡ саҡырышыуҙы ла үҙһенмәй, шыршы байрамында шыршы тирәләй әйләнеп бейергә әүәҫ, тимәһәң күңел асыу сараларын да ҡабул итеп бөтмәй, бер һүҙ менән әйткәндә йомоҡ, ҡырыҫ, ҡырағайыраҡ зат. Бер бөртөк ҡыҙы мәктәпте тамамлағас район үҙәгендә асылған һатыусылар курсын бөтөрҙө лә Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһына эшкә китте һәм ят тарафта һыуға ырғытылған таштай батты. Шунда әйттереүһеҙ, туйһыҙ-ниһеҙ сеп-сей урыҫҡа кейәүгә сыҡҡан икән, тип һөйләнеләр аҙаҡ. Хәҙер нисә йыл инде, ҡайтып күренгәне лә юҡ.
Тышта мейе ҡайнап торған йәйге томра селлә булыуға ҡарамаҫтан апай кесейә туҡыманан тегелгән күлдәге өҫтөнән ни сәбәптәндер йылы кофта кейеп алған, сөм галошлы аяҡтарында ла йылы ойоҡбаштар, һиҙелеп салланған сәсле башында кешмир яулыҡ. Һынаулы ҡарашымды һиҙепмелер ул ойоғандай ултырған еренән айнып әйтә ҡуйҙы:
- Һаумы ҡустым? - Балауыҙға ҡалған маңлайын сырыштырып, йоҡа ирендәрен ялап ҡуйҙы. - Нишләптер өшөткөн һымаҡ. Әллә тән өшөүе, әллә йән ҡалтырауы - белмәҫһең...
Артҡа ҡалып инеүҙең сәбәбе асыҡланды һымаҡ, тимәк Мәмдүҙә етди сирләй, шуға кү-ҙгә күҙ ҡарашып аулаҡта һөйләшергәлер иҫәбе.
- Иҫәнлекме, апай, нисек йәшәп ятаһығыҙ? - тигән булдым һәүетемсә, ауылса мөрәжәғәт итеп.
- Нисек тип, тырышып-тырмашып шунда, мәгәр һере холҡомдо, беләһең, ығырлаған-шығырлағанды кем етте шуға еткерә, ишеттерә һалып бармайым.
- Ныҡ булыуығыҙ, бирешмәүегеҙ һәйбәт.
- Бирешмәйһең, тиһәң дә ырҙын табағы мөдире Ғиниәт ҡусты ике аҙна элек, ял итеп ал бер аҙ, управляющий Сәлихйән менән һөйләшеп-килешеп эш көнөн яҙырмын, тип ҡайтарып ебәрҙе.
- Гел эштәһегеҙ, бер аҙ ял итеп алырға ла кәрәк.
- Ыстаж тигәне етерлек, ә бына пинсе йәшенә олғашып булмай ҙа ҡуя. Үҙең ҡымғырламаһаң кем килтереп тотторһон, аҡсаһы ла кәрәк!
Әңгәмә барышын үҙгәрттем:
- Гөлбикәнән хәбәр-хәтер юҡмы?
Орҙо-бәрҙе, уйламайыраҡ бирелгән һорауым оҡшаманы Мәмдүҙәгә, ул теше һыҙлаған-дай итеп һурылып киткән йөҙөн йыйырҙы:
- Көтә көтә көтөк булынды инде, ул ҡайтып күренә ҡалһа тип еләк сүпләштереп ҡайнатма ҡайнатып алған булдым. Ҡайтмаҫын белһәм дә, бала бауыр ите бит, көтәм. Баш-тараҡ Гөлбикә эше тығыҙлыҡҡа һылтана ине, хәҙер кейәүең урыҫ, уны ҡайһылайтып ба-шҡорт ауылына алып килмәк, тар ергә таяу, ҡайҙа йоҡлатырбыҙ, тип сәбәбен таба. Бер нисә йыл элек уларҙың хәлен белергә тип Урскиға барғайным, кеше аҙ ултыра күп һынай, тигәндәй, Андрей кейәү оҡшаны былай: һүҙе ипле, мөғәмәләһе тыйнаҡ, тәүфикле балаға оҡшаған. Еләк, тинем бит әле, уны ауыл тирәһендәге сауҡалыҡтан сүпләштерҙем, алыҫҡа ынтылырға ҡарыу ҡалмай бара... - Оҙон һүҙгә төшкән Мәмдүҙә ҡаҡ бармаҡтары менән башынан соңҡа яҡҡа шылыңҡыраған яулығын төҙәтеп ябынды. Күҙ - күңелдең көҙгө-һө, күҙҙәре көлгә батып һиҙелер-һиҙелмәҫ йызлаған ҡуҙ ише һүнгәйне, улар һәммәһенә битараф ҡарайҙар, әле текәлеп ултырһа ла мине күрәме икән ул?!.
- Сәләмәтлек ҡаҡшап барамы әллә, апай, тыңлайым, һөйләгеҙ!
- Һине борсоғансы тип, тура район балнисына барып урағайным аҙна элек. Тиҙ генә ҡайтарып ебәрмәне тикшергән враш, төрлө анализдар тапшырырға ҡушып ике көн самаһы унда-бында йүгертте, шунан осона тумалаҡ тимер беркетелгән резина эсәк йоттороп йонсотто, беләк буйы нәмә тамаҡтан үтәме - уҡшып бөттөм, ҡоҫоп ебәрер хәлгә еттем. Иң аҙаҡ рингиндан ҡаранылар. Эсергә дарыуҙар яҙып бирерҙәрме, тип өмөтләнһәм враш ус аяһылай ҡағыҙ киҫәге яҙып тоттороу менән генә сикләнде, урындағы фильшерегеҙ дауалар, тип ҡайтырға ҡушты, белекһеҙ.
- Кемдә булдығыҙ?
- Ишеккә беркетелгән яҙыуҙы кем уҡыған, хәтерләгән тиһең, биттәрен сиртһәң ҡаны сығырлыҡ, кәүҙәһе булыр-булмаҫ күбәләк ҡабарынҡы, осаһы ағас тирмәндәй ҙур бер мәрйә. Үҙенең тотошоноң, һөйләшеүенең рәт-сүрәте юҡ, тарһынғандай ҡылана, әйтерһең урынһыҙ маҙаһыҙлайым, балнисҡа кеше үҙ ирке менән барамы тағы, зарураттан, аптыраған көндән мөрәжәғәт итә.
- Кемлеген төшөндөм. Һәйбәт табип ҡараған!
- Әлләсе, әйттем дә баһа, арыулығын бер ҙә күрмәнем.
- Алып килдегеҙме, ҡана бирегеҙ әле, уның яҙған ҡағыҙын?
- Әпкимәгән ҡайҙа, әпкилдем, мына! - Мәмдүҙә кофта еңенә йәшергәнен сығарҙы.
Табип диагнозы бары ике генә һүҙҙән тора ине: “Заболевание желудка”.
Аныҡ аңлатмаһы яҙылмаған диагноздарҙы күп күрҙем. Ана шундайҙар ҡурҡыта, шик-шөбһәгә һала. Ни әйтергә белмәгәс һандырағандай һуҙҙым:
- Алай икән...
- Шулай шул. Мин дә уҡыным. Ашҡаҙанымдың ауыртҡанын ул яҙып бирмәһә лә белә инем, шуның өсөн барҙым да. Зерә дыуамалланғанмын аҡса туҙҙырып, ваҡыт уҙғарып. Баштан уҡ һиңә килһәм әллә ҡасан сәләмәтләндерер инең. Һиңә ышанам мин ҡустым, шуға өмөтөмдө йәнемә төйнәп, аулаҡта һөйләшәйек тип килдем дә.
- Ышанысты аҡларға ла кәрәк бит әле, апай...
- Бәй аҡларһың, ошоға саҡлы аҡланың да инде, һиңә күҙ терәп торғаныбыҙҙы беләһең.
Мәмдүҙәне кабинет түрендәге шаршау артына керетеп тыңлап, ҡан баҫымын үлсәп, эс яҡҡа тартыла төшкән ашҡаҙан, ҡорһаҡ тирәһен баҫҡыслап ҡарағандан һуң кире өҫтәл артынан урын алғайным, ашыҡ-бошоҡ кейенә һалып артымдан ашыҡҡан Мәмдүҙә ултырғысына ултырған ыңғайы ҡабаланып һорай һалды:
- Йә?!.