+4 °С
Болотло
--Ай һайын балаларға пособие алам. Коммуналь хеҙмәттәр түләүҙә ташламалар бар. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәктәптә белем алған 3 балама 10-ар мең һум аҡса күсеүе үҙе ҙур ярҙам булды. Күп балалы әсә булараҡ “Әсәлек даны” миҙалы менән наградландым,-- ти ил етәкселегенең даими хәстәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып Гөлфиә Кәримова.—Шуға ла һайлауҙан ситтә ҡалмайым. Киләсәктә лә етеш тормошта йәшәргә теләйем. Ошо ярҙамдан айырмаһын, донъяларабыҙ имен булһын.