Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 17:00

ӘЙЛӘНМӘЙБЕҘ БЕРГӘЛӘП

Йырлай-йырлай, ҡупшыҡайҙы бергәләшеп урай-урай күңел аса инек. Ә быйыл балаларға шыршыны урап, етәкләшеп йөрөү тыйыла.

Шыршы ҡупшы кейенгән,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Әйләнәбеҙ тирләп,
Йырлашабыҙ бергәләп...
Бына ошолай йырлай-йырлай, ҡупшыҡайҙы бергәләшеп урай-урай күңел аса инек. Ә быйыл балаларға шыршыны урап, етәкләшеп йөрөү тыйыла. Был, әлбиттә, әлеге лә баяғы эпидемиологик хәлгә бәйле. Шыршы ултыртылған фойеларға фотозоналар ҡуйыла, шунда иҫтәлеккә фотоға төшөргә мөмкин буласаҡ. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
Яңы йыл байрамы осоронда мәҙәниәт учреждениелары эшләй. 21 меңдән ашыу мәҙәни сара планлаштырылған. Уларҙың 9 меңе онлайн форматта үтһә, 12 меңе офлайн уҙғарыла. Сараларҙың күбеһе урамда ойошторола.
Учреждениелар Роспотребнадзор ҡуйған талаптарға ярашлы эшләйәсәк. Концерт залдары, кинотеатрҙар, муниципаль мәҙәниәт йорттары тамашасылар менән 30 процентҡа ғына тулыланырға тейеш. Яңы йыл каникулында мәҙәниәт учреждениелары эшләй, унда спектаклдәр, концерттар ҡуйыла. Музей һәм китапханалар бәләкәй төркөмдәрҙе генә ҡабул итә. Килеүселәр мотлаҡ битлектә булырға тейеш. Бинаның даими рәүештә елләтелеүе, еүешләп һөртөлөүе талап ителә.