Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 11:00

Һәләтле йәштәр—уҡыу йорто ҡото

Илебеҙ йәштәре Студенттар көнөн ике мәртәбә билдәләй: береһе ғинуар аҙағында булһа, икенсеһе 17 ноябрҙә билдәләнә. Был көндө башлыса юғары уҡыу йорто студенттарын тәбрикләүгә өҫтөнлөк бирелә. Шуға ла Урал аръяғындағы берҙән-бер юғары уҡыу йорто—БДУ-ның Сибай институты йәштәрен ҡотларға ашыҡтыҡ.

Илебеҙ йәштәре Студенттар көнөн ике мәртәбә билдәләй: береһе ғинуар аҙағында булһа, икенсеһе 17 ноябрҙә билдәләнә. Был көндө башлыса юғары уҡыу йорто студенттарын тәбрикләүгә өҫтөнлөк бирелә. Шуға ла Урал аръяғындағы берҙән-бер юғары уҡыу йорто—БДУ-ның Сибай институты йәштәрен ҡотларға ашыҡтыҡ.
Ҡыҙғанысға күрә, коронавирус пандемияһына бәйле республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илебеҙҙең юғары, махсуc урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары бөгөн дистанцион белем ала. Шуға ла Сибай институты аудиториялары буш. Әммә технология факультетын 2021 йылда тамамлаясаҡ ҡыҙҙар-егеттәргә сир ҡурҡыныс түгел: улар тиҙерәк ҡулдарына диплом алып, хеҙмәт юлын башлау теләге менән яна. Әлеге ваҡытта улар тырышып диплом эштәрен яҡларға әҙерләнә.
Ҡыҙҙар бында тормошта кәрәкле бөтә ҡул эштәренә өйрәнә. Башҡа факультеттарҙа белем алыусыларҙан айырмалы рәүештә, өҫтәмә һөнәрҙәре булғандар хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмай. Тегеү, бәйләү, кейеҙ баҫыу, аш-һыу әҙерләү кеүек йүнәлештәр замана ҡатын-ҡыҙҙарына иң кәрәкле шөғөл. Быны яҡшы аңлаған студенттар уҡытыусылары Марина Куваеваның һәр хәрәкәтен, һабағын иҫтәрендә ҡалдырырға тырыша. Сөнки күңелле студент тормошонда сессия тигән төшөнсә лә бар. Тырышып уҡығандар, дәрес ҡалдырмағандар ғына был яуаплы осорҙо еңел үткәреп ебәрә. Ошо көндәрҙә генә уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе, спортсы, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендиаты булып танылған Сәлим Мәхмүтов уҡыуҙың энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу булыуын яҡшы белә.
Сәлим Мәхмүтов өсөн Сибай институтынан да яҡшы уҡыу йорто юҡ. Бында ул күп нәмәгә: дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, изгелектәр ҡылырға, алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәҫкә өйрәнгән. Былтыр иһә ҡалала йәшәүсе оло йәштәгеләргә цифрлы телевидение ҡоролмаларын урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Иң яҡшы ирекмән” исеменә лайыҡ булған.
Юғары уҡыу йортоноң һәр факультетында иптәштәренә өлгө булырҙай ҡыҙҙар-егеттәр бар. Ошондай дәртле, күҙҙәре янып торған, донъя йөгөн иңдәренә бөгөндән алырға әҙер булған йәштәребеҙ күберәк булһын!
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: