АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 21:55

Бал да, ит тә күп булды

Сибай ҡалаһы баҙарында быйылғы беренсе көҙгө йәрминкә үтте. Быға ҡәҙәр ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған сауҙа был юлы баҙар биләмәһендә йәйелдерелеүе лә ҡалалаштар һәм эргә-тирәләге ауылдарҙан килеүселәр өсөн дә яңылыҡ булды.

Сибай ҡалаһы баҙарында быйылғы беренсе көҙгө йәрминкә үтте. Быға ҡәҙәр ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған сауҙа был юлы баҙар биләмәһендә йәйелдерелеүе лә ҡалалаштар һәм эргә-тирәләге ауылдарҙан килеүселәр өсөн дә яңылыҡ булды.
Баҙар директоры Виктор Тюрин әйтеүенсә, үҙәк майҙанда транспорт йөрөшө тотҡарлана, йәрминкә урынында сүп-сар күп ҡала. Етмәһә, ит һатыусылар асыҡ урында тороп һатыу итә ине.
Баҙар биләмәһе ни тиһәң дә сауҙа итеү өсөн ҡулайлаштырылған, ит, һөт ризыҡтары, балыҡ махсус павильонда һатыла.
Йәрминкәлә һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күп булды. Айырыуса бал рәте урап сыҡҡыһыҙ ине. Татлы ризыҡты Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән райондарынан, хатта Архангелдән алып килгәндәр. Балдың төрөнә ҡарап 3 литрлы банка өсөн хаҡы 2 мең һумдан алып 1мең 200 һум тирәһендә тирбәлде.
--Быйыл ҡара бойҙай балы шәп булды. Йүкә, сәскә ҡатнаш балға ла һорау ҙур. Ҡортсолоҡ менән 12 йыл шөғөлләнәбеҙ. Сибайҙа йәрминкәлә 11 йыл ҡатнашабыҙ. Шәмбе һайын Темәс баҙарына йөрөйбөҙ. Үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙ бар, ҡасан киләһегеҙ тип көтөп алалалар,-- ти Ейәнсура районы Бикҡужа ауылынан килгән Илгиз Алтынсурин.
Асыҡ урында шулай уҡ йәшелсә-емеш, ағас, сәскә үҫентеләре, дарыу үләндәре һатылды.
Үрҙә әйтеүебеҙсә, ит, һөт, балыҡ көплө бинала тәҡдим ителде. Итте башлыса Силәбе, Ырымбур өлкәләре вәкилдәре тәҡдим итте. Йылҡы, һыйыр ите менән бер рәттән ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ та үтемле булды.
Ирле-ҡатынлы Кейекбаевтар беренсе йәрминкәгә хаҡтарҙы ҡарау, продукция ассортименты менән танышырға ғына сыҡҡан.
--Ҡалалаштар, айырыуса өлкәндәр, үҙәк майҙандан бында килеүҙе ауыр күрә. Аҙна һайын йәкшәмбе баҙарға йөрөйбөҙҙә инде, шәмбе килеү ҙә бер ни түгел.
Йәрминкәнең урыны үҙгәрһә лә, эстәлеге шул уҡ: ит, йәшелсә-емеш етерлек. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек запасы әҙерләп була. Был юлы һуған ғына алдыҡ, ҡалғандарын яйлап тупларбыҙ. Әле ошондай уҡ тағы 4 йәрминкә буласаҡ,--тине улар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Сибай баҙарында 10,17,24,31 октябрҙә лә көҙгө йәрминкәләр ойоштороласаҡ.
Читайте нас: