Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 12:30

АЭРОПОРТТА ТИКШЕРӘЛӘР

Башҡортостандағы коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ҡарарына ярашлы, 28 июлдән Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан Өфөгә килеүсе пассажирҙар, айырыуса Краснодар крайынан ҡайтыусылар аэропортта COVID-19 инфекцияһына тест үтәсәк.

Сочиҙан ҡайтыусылар тикшереү үтте лә инде. Бортта Роспотребнадзор белгестәре аңлатыу эше алып барҙы һәм уларҙың тән температуралары үлсәнде. Терминал зонаһында 5 медицина бригадаһы эшләне, улар туристарҙан анализ алды.
Йәйге миҙгелдә "Өфө" аэропортына көньяҡ төбәктән аҙнаһына 38 рейс килә, 11 авиакомпания осош башҡара. Августа Ҡара диңгеҙ тарафына республиканан 65 меңдән ашыу кеше барасаҡ.