Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 11:35

Фән үрҙәрен яңыса яулайҙар

--Дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр гимназия уҡытыусылары 500 дистанцион дәрес уҙғарҙы. Шуларҙың 40 проценты (көн һайын 35-39 дәрес) онлайн режимда үтте. Был аҙнала дәрестән тыш саралар һәм өҫтәмә белем биреүҙе дистанцион уҡытыуға күсереү хәл ителәсәк,--ти белем биреү усағы директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова.—“Мәғариф” милли проектына ярашлы дәрестәрҙән тыш, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә ҡоро паек таратылды. Уҡыусылар йәшәгән 5 районға 200 аҙыҡ-түлек йыйылмаларын үҙебеҙ алып барҙыҡ.

Тотош ил мәктәптәре уҡыусыларыныҡы кеүек Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары өсөн дистанцион уҡытыуҙың икенсе аҙнаһы башланып тора. Әйтергә кәрәк, тәүге аҙна еңелдән булманы.
--Дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр гимназия уҡытыусылары 500 дистанцион дәрес уҙғарҙы. Шуларҙың 40 проценты (көн һайын 35-39 дәрес) онлайн режимда үтте. Был аҙнала дәрестән тыш саралар һәм өҫтәмә белем биреүҙе дистанцион уҡытыуға күсереү хәл ителәсәк,--ти белем биреү усағы директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова.—“Мәғариф” милли проектына ярашлы дәрестәрҙән тыш, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә ҡоро паек таратылды. Уҡыусылар йәшәгән 5 районға 200 аҙыҡ-түлек йыйылмаларын үҙебеҙ алып барҙыҡ.
Хәйбулла районы уҡыусылары өсөн ҡоро паекты гимназия етәкселеге Аҡъярҙа таратҡан. Йәнтештә йәшәүсе Сәлиә Ҡадаева гимназия-интернаттың 7-се класында уҡыған ҡыҙы Нурзилә өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алған.
--Ике пакет тулы ризыҡ һалғандар. Етмәһә, беҙгә бер ниндәй мәшәҡәт һалманылар, район үҙәгенә алып килеп тороп тапшырҙылар. Гимназия, республика, ил етәкселегәнә балалы ғаиләләрҙе хәстәрләүҙәре өсөн ҙур рәхмәт!—ти күп балалы әсә. Йәнтеш мәктәбендә 3 класта уҡыған Камила ҡыҙыма ла ҡоро паек бирҙеләр. Шулай уйламаған ерҙән күстәнәстәр килеп кенә торҙо. Дистанцион уҡыуҙан башта нисектер шикләнгәйнем, уҡыу барышында ауырлығы булмауға төшөндөк. Өлкән ҡыҙым компьютер аша онлайн дәрес ала, Камилаға дәрестәр электрон почтаға килә. Шулай күмәкләшеп белем үрҙәрен яулайбыҙ. Әле уҡырға бармаған Ғәлиәгә генә бер аҙ моңһоу, балалар баҡсаһын һағынып бер була.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: