Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 15:35

Сәләмәт булғығыҙ килһә, һөт эсегеҙ, балалар!

Сибай ҡалаһында һөт фабрикаһы—һөт ризыҡтары етештереү кухняһы асылды.Яңы етештереү объекты Чайковский урамы, 13 адресында урынлашҡан.“Һөт ризыҡтары” Башҡортостан Республикаһының дәүләт автономлы учреждениеһы ҡарамағындағы фабрика Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондарынан 876 кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Сибай ҡалаһында һөт фабрикаһы—һөт ризыҡтары етештереү кухняһы асылды.
Яңы етештереү объекты Чайковский урамы, 13 адресында урынлашҡан.“Һөт ризыҡтары” Башҡортостан Республикаһының дәүләт автономлы учреждениеһы ҡарамағындағы фабрика Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондарынан 876 кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Билдәле булыуынса, 2020 йылдың ғинуар айында Сибайҙа, шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында йәшәүселәр “Һөт ризыҡтары” йәмғиәтенең аҙыҡ-түлеге менән тәьмин ителә башланы. Ошоғаса беҙҙең төбәккә Белорет ҡалаһында етештерелгән продукцияны ташынылар.
“Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы алама ғәҙәттәрҙән арындырыу, сифатлы ризыҡ менән туҡландырыу, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу” программаһы сиктәрендә Сибайҙа һөт кухняһы башҡа тарафтарға ҡарағанда һуңғараҡ асылды. Бының сәбәбе—фабрика-кухняны өр-яңынан төҙөнөләр. Төҙөлөш өсөн ер участкаһы бүленде, модулле бина хасил булды, етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн төрлө ҡорамалдар һатып алынды. Әлегә ҡоро бина ғына сафҡа инһә, көндәр йылыныу менән фабрика биләмәһе лә төҙөкләндереләсәк.
Тағы шуныһы маҡтауға лайыҡ, яңы объектта тәүлегенә 5 тоннаға ҡәҙәр һөт эшкәртелә. Йылына объект 1,5 миллион порция етештереү ҡеүәтенә эйә. Яңы 25 эш урыны булдырылған.
--Ҡалабыҙ өсөн был ҙур ваҡиға. Балаларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бик отошло,--тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, һөт кухняһын асыу тантанаһында.
Сибайҙарҙың ҡыуанысын бүлешергә Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев, “Һөт ризыҡтары” учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров килде. Сарала шулай уҡ балаларына һөт ризыҡтары алыусы ата-әсәләр ҙә ҡатнашты.
Эльдар Сәйғәфәров фабриканың технология бүлмәләре буйлап экскурсия ойошторҙо, аҙыҡтың етештерелеү технологияһы менән таныштырҙы. Ҡорамалдар заманса талаптарға яуап бирә, уларҙың һәр ҡайһыһы сифатлы аҙыҡ етештереүгә көйләнгән. Һөт фабрикаһы сабыйҙар туҡланыуында мотлаҡ булырға тейешле һөт, ҡатыҡ һәм йогурт сығара башлаясаҡ.
--Һөт кухнялары республикала былтыр июлдә барлыҡҡа килә башланы. Иң беренсе ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылды. Унда сығарылған ризыҡтар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбировтың юғары баһаһын алды һәм бындай объекттарҙы бөтә төбәктәрҙә лә асыу ҡарары сығарылды,--тине Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.—Беҙҙең төп бурыс ташламалы категорияға ҡараған 26 мең баланы һөт аҙыҡ-түлектәре менән тәьмин итеү. Бөгөнгө көндә фабрика-һөт кухнялары Октябрьский, Нефтекама, Белорет ҡалаларында эшләй. Әле Сибайҙа асылыуы бик ҡыуаныслы хәл. Был уникаль проект, сөнки модулле цех буш ер участкаһында барлыҡҡа килде. Әле беҙ урында һөт ризыҡтары етештереүсе йәмғиәт етәкселеге менән контракт төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Талаптар ҡаты булғанлыҡтан, йәмғиәттә аудит уҙғарҙыҡ, етешһеҙлектәр әйтелде. Улар өҫтөндә эшләһәләр, киләсәктә фабриканы һөт менән тәьмин итеү бурысы уларға йөкмәтелә.
Әлеге көндә ҡалала һөт ризыҡтары таратыусы 3 пункт эшләй, Ленин урамының 44-се йортондағы дарыуханала киптерелгән һөт һәм бутҡалар таратыла.
Һөт фабрикаһына килеүсе әсәйҙәр бындай дәүләт ярҙамынан ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе. Өс бала әсәһе Асия Хафизова ғинуар айынан балаларына ярҙам ала. Ҡатын ризыҡтың тәмле , файҙалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Уның һүҙҙәрен Алена Шәрипова ла ҡеүәтләне.
--Бәлкәсемә 11 генә ай. Рәхәтләнеп һөт тә эсә, эремсек ашай, тәненә шәкәр сыға тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Бөтә нәмә лә сифатлы, шуныһы оҡшай,--тине Алена.
Читайте нас: