Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 22:15

Хеҙмәттәре баһаланды

Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышы һуңында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Улар араһында сибайҙар ҙа булыуы ҡыуаныслы.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышы һуңында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына маҡтаулы исемдәр тапшырылды.
Улар араһында Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһе директоры урынбаҫары Ринат Рәшит улы Ғайсин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды. Сибай урта махсус музыка колледжы филиалы директоры Ирек Радик улы Мырҙабулатов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” маҡтаулы исемен алды. Сибай сәнғәт колледжының “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе (етәксеһе “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” А.С.Ғәйнуллина) “Башҡортостан Республикаһы халыҡ ижадының атҡаҙанған коллективы” почетлы исемен яуланы.
--Бындай маҡтаулы исем халыҡ ижады юҫығында юғары уңыштарға ирешкән, республиканың мәҙәни тормошон үҫтереүгә тос өлөш индергән үҙешмәкәр коллективтарҙы дәртләндереүҙең бер төрө,--тине Асия Солтан ҡыҙы маҡтаулы исемдең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Яҡташтабырыҙҙы хеҙмәттәре юғары баһаланыу менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ!