Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә мөғәллимә Әминә Ноғоманованың “Бала тыуыуы” китабының исем туйы үтте. Сараны “Яугүл” ансамбле матур итеп ойоштороуға булышлыҡ итте. Уларҙың мөнәжәттәре кисәгә йәм өҫтәне.
Әминә абыстай китабында бала тәрбиәләү, исем ҡушыу тураһында дини күҙлектән сығып яҙған. Фекерҙәрен фәнни сығанаҡтар, күренекле кешеләрҙең, мәшһүр дин ғалимдарының һүҙҙәре менән дәлилләй, нығыта.
Күп бала әсәһе булараҡ, ул тормош тәжрибәһенә таяна. Ғаиләһе Ислам дине ҡанундарына ярашлы йәшәй. Әминә абыстайҙың үҙенә дини тәрбиә ата һүҙе, әсә һөтө аша бирелгән. Атаһы Әғләметдин хәҙрәт—“Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы.
Барыбыҙ ҙа мәктәптә уҡығас рус телен беләбеҙ. Ә бына ҡалала йәшәгән рус мәктәбендә, рус класында белем алған милләттәштәребеҙ башҡорт телен бөтә нескәлектәрендә аңламаҫҡа мөмкин. Шуға ла был китаптың рус телендә яҙылыуы отошло булған. Китапта ҡасан баланың сәсен алыу, нисә ҡорбан салыу кеүек йолалар, ғәрәп һүҙҙәренең яҙылышы, әйтелеше, мәғәнәһе тураһында мәғлүмәттәр бирелгән. Ғәрәп телен белмәү арҡаһында яңғырашы матур, ләкин мәғәнәһе насар исемдәр ҡушылыуы ихтимал. Ә бит исем—кешеләрҙе кешелек йәшәгән осорҙарҙа оҙата барған, оҙата барыусы, оҙата барасаҡ төшөнсә. Йөҙәр, меңәр йылдар элек йәшәгән кешеләрҙең изге ғәмәлдәре, насар эштәре тураһында исемдәрҙән беләбеҙ.
Был кәрәкле китап ваҡытлы баҫып сығарылған. Уны никах мәжлестәрендә, туйҙарҙа бүләк итергә мөмкин. Йәш ғаиләгә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға файҙаһы тейер ине.
Әминә абыстай йәш кеше, дәртле, дарманлы сағы. Беҙҙең һымаҡ ололар ҡорона еткәнсе тағы ла китаптар яҙыр, үҙе белгән ғилемде китап итеп таратыр, тип ышанабыҙ.