Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 11:40

Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө

Тыуған ерен данлы хеҙмәте менән биҙәгән ир-уҙаманы хаҡында был китап. Йыйынтыҡта ҡасандыр Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Ошо көндәрҙә Сибай ҡала типографияһында “Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө” тип исемләнгән өр-яңы китап донъя күрҙе. Ул төбәгебеҙҙең данлы улы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың тормош юлына бағышланған. Ябай һөнәр эйәһенән, ҡала хакимиәте башлығы, унан һуң Сибай институты директоры вазифаларын башҡарған З.Ғ. Йәрмөхәмәтов ҡалала ғына түгел, республикала халыҡ ышанысын яулаған, ҙур ихтирам ҡаҙанған абруйлы етәксе. Тыуған ерен данлы хеҙмәте менән биҙәгән ир-уҙаманы хаҡында был китап. Йыйынтыҡта ҡасандыр Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаша.Улар – билдәле дәүләт эшмәкәре Хәләф Ишморатов, яҙыусы-драматург Нәил Ғәйетбаев, Рәсәй профсоюздары Федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмирханов, БР Адвокаттар коллегияһы президенты, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Булат Йомадилов, отставкалағы полковник Илдар Хәйруллин, Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы, педагогика фәндәре докторы Азат Вәлиев, ошо уҡ уҡыу йорто директоры урынбаҫары, педагогика фәндәре кандидаты Семен Чернов, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимиров һ.б. Китап авторы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре,Салауат Галин исемендәге премия лауреаты, журналист Әлнисә Алдырханова баш һүҙендә бына нимә тип яҙа: “Элек ил азатлығы, халҡының яҡты киләсәге өсөн яуҙа батырлыҡ күрһәткән батырҙарҙы, ихтилал етәкселәрен арҙаҡлы шәхестәр, тиһәләр, бөгөн иһә был төшөнсә тыуған илен, ғәзиз төйәген ҡурсалап, халҡын хәстәрләгән, йәғни уйында ил, халыҡ ғәме булған ил инәләренә, олуғ ир-азаматтарына хас. Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың тыуған төйәге, халҡы мәнфәғәтен яҡлап эшләгән изге эштәре һанап бөткөһөҙ.

Сибай институты алдына ҡуйылған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең бюсы һәм аҡыллы фекерҙәр менән һәр бүлекте башлауҙы кәрәк тип таптым. Сибай институтына килеүсе һәр кемде Шәйәхмәт Сибаев, Ш. Бабич, Р. Ғарипов, М. Буранғолов, З. Биишева, Һ. Дәүләтшина кеүек дәрәжәле шәхестәрҙең ихлас ҡаршы алып тороуы - оло мәртәбә. Йә әйтегеҙ әле, ошондай тағы ниндәй уҡыу йорто бар? Ә бына уларҙың фәһемле нәсихәттәре - гүйә, Зиннур Ғөбәйҙулла улының күңел түренән урғылған халыҡҡа еткерер фекерҙәре. Данлы ерҙең данлы улы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың оло хеҙмәте тарих биттәрендә алтын хәреф менән яҙылырға тейештер тип уйлайым”.

Китап 100 данала баҫтырылған. Ул урта , махсус белем биреү учреждениеләрендә, юғары уҡыу йортонда белем алыусы студенттар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, крайҙы өйрәнеүселәр, китапханасылар өсөн бик кәрәкле ҡулланма буласаҡ. Китапты сауҙа нөктәләрендә, типографияның үҙендә һатып алырға мөмкин.

Р.Хәсәнова, Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.