Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 16:20

“Өләсәйем һандығы”нда ниҙәр бар?

Тағы шуныһы маҡтауға лайыҡ: бер йылда Ә.Алдырханова дүрт китап әҙерләп сығарҙы.З.Биишева исемендәге китап нәшриәтендә Башҡортостандың 100 йыллығына, үҙенең тыуған төйәге “Ирәндек” совхозының арҙаҡлы шәхестәрен туплап “Ирәндектең аҫыл таштары”, үҙенең әҫәрҙәре буйынса “Сауап”китаптары һәм Сибай типографияһында композитор Мәмдүҙә Илбаҡова тураһында “Йырлы ғүмер-нурлы ғүмер”, ҡалабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Зиннур Йәрмөхәмәтов тураһында “Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө”китаптары сыҡты.

Республикабыҙҙа дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранты ҙур ярҙам. Яҡташыбыҙ Сибай интернат-гимназияһы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, С.Ғәлин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистары союзы ағзаһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы 1994 йылда ”Өләсәйем һандығы” сценарийы менән Сибайҙа уҙған фольклор конкурсында гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән Гран-при яулап, шул сценарийын Башҡортостан уҡытыусыһы журналында баҫып сығарҙылар. 2008 йылда йолалар, байрамдар өсөн сценарийҙар тупланған “Өләсәйем һандығы” З.Биишева исемендәге китап нәшриәтендә донъя күрҙе. Ул китапты рәхәтләнеп файҙаланалар, әйткәндәй, Баймаҡ районында ошо китап ерлегендә конкурс та үткәәрәләр.Һораусылар күп, тик китап күптән китап магазиндарында тиҙ һатылып бөткән. Автор тулыландырып баҫтырыу хаҡында хыяллана, быйыл ошо хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты: ”Өләсәйем һандығы” проекты республика башлығы грантын яуланы.
Милли байрамдар, йолалар, төрлө саралар, кисәләр үткәреү өсөн сценарийҙар, йырҙар (һүҙҙәре, ноталары, дискта балалар башҡарыуында йыр өлгөләре) музыка уҡытыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә, ата-әсәләргә тәғәйенләнгән методик әсбап-ҡулланма.
Китапҡа ингән һәм дисктағы йырҙарҙың һүҙҙәре барыһы ла Ә.Алдыханованыҡы. Композиторҙар Р.Туйсин, Г.Баянова, Ю.Үҙәнбаев , Ә.Зиннурова, Ә.Балхина,З.Кинйәбулатова көйҙәренә яҙылған. Нәҡ ошо әсбап өсөн әҙерләнгән Р.Туйсин көйөнә “Урал батыр ” ҡобайыр-гимнын гимназия-интернаты уҡыусылары “Урал батыр” конкурсына алып барҙылар һәм ошо конкурстың гимны итеп тәҡдим иткән.
Грантҡа әҙерләнгән методик ҡулланма бик бай һәм үҙенсәлекле. Ә иң мөһиме бик кәрәкле ҡулланма сит өлкәләге --Силәбе, Курган, Ырымбур, Татарстандағы ҡәрҙәштәребеҙгә ебәрелде.