АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 22:00

Йәшләй әрәм булды егеттәр

Иректе ерләп ярты йыл үткәс, Өфөләге хеҙмәттәшенән:“Ҡайҙаһың, ул Ирек? Нишләп һаман килмәйһең? Беҙ бит БДПУ-ның физкультура бүлегенә уҡырға инергә һөйләштек, ҡабул итеү имтихандары яҡынлаша бит”,-- тип яҙылған хат килеп төштө. Баҡтиһәң, алдан ҡайтҡан дуҫы Ирек менән булған хәлдәрҙе бөтөнләй белмәгән. Унан һуң ауылға килеп , мәрхүмдең ата-әсәһенең ҡайғыларын уртаҡлашып китте. Шулай үкенесле булды яҡыныбыҙҙың яҙмышы. Яҡты донъяла 20 йыл йәшәһә, 20 йыл инде ҡараңғы гүрҙә ята.

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә Чечняла һуғыш башланыуҙың 25 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте. Залға хәрби кейем кейгән ир-егеттәр, йәштәр, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Араларында улдарын юғалтҡан әсәйҙәр ҙә бар ине. Улар ир ҡорона инә барған уҙамандарға ҡарап эх, иҫән булһа минең улым да ошо йәштәр тирәһендә булыр ине тип уйлап, күҙҙәренә йәш алды. Сара барышында күҙ алдымдан 18 генә йәшендә ут эсенә инеп, һәләк булған ҡәйнешем Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев күҙ алдынан китмәне.
Иҫән булһа, уға быйыл 40 йәш тулған булыр ине. 20 йыл инде ул ҡараңғы гүрҙә ята. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән Ирек башта Мәскәү янында хеҙмәт итә. 1999 йылдың майында уларҙың часын Чечняға ебәрер алдынан, һалдаттарҙы отпускыға ҡайтаралар. Ирек тә 1 ай тыуған ауылында, атә-әсәһе, туғандары янында рәхәтләнеп ял итә. Ағайҙары уға: “Әйҙә ҡустым, картуф сәсеш, баҡса ултыртыш”,-- тиһә, ул: “Юҡ, мин бит уны ашамайым, үҙегеҙ эшләгеҙ”,-- тип ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һөйләй. Ысынлап та, отпускыһы бөткәс тә уларҙы Чечняға ебәрәләр. Йәй, көҙ ҡан ҡойош эсендә булалар. Ноябрь башында хеҙмәттәштәре бөтәһе лә тиерлек дембелгә ҡайтып бөтә. БТР водителе булған Иреккә алмаш килмәгәс, ул ғына тороп ҡала. Ҡайтам тип ҡыуанып ҡына йөрөгәндә командиры менән БТР-ҙа шартлайҙар. Вафатына ай тулып килгәндә уны тыуған яғына алып ҡайтып ерләйҙәр. Цинк табуттың бәләкәй генә тәҙрәһе аша Иректең ярты бите генә күренде. Бахыр әсәнең цинк табуттағы кинйәкәйен ҡосаҡлап илағанын күреү шул тиклем ҡыҙғаныс та, йөрәк өҙгөс тә ине. Ундай ҡайғыларҙы бер әсәгә лә күрергә яҙмаһын!
Бейем менән ҡайным улдарын ерләгәс, көн дә илап, һыҡтап көн итте. Аят уҡытҡан һайын икеһе лә: “Дөрөҫ булманы был донъя, ул бит беҙгә аят бағышлатырға тейеш”,-- тип түгелеп иларҙар ине. Әлбиттә, дәүләт ярҙам иткән булды, күпмелер аҡса бирҙе, пенсияларына аҡса өҫтәне. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Ирек Ҡадаев “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән наградланды. Әммә аҡса, орден бала ҡайғыһын баҫа аламы һуң?
Иректе ерләп ярты йыл үткәс, Өфөләге хеҙмәттәшенән:“Ҡайҙаһың, ул Ирек? Нишләп һаман килмәйһең? Беҙ бит БДПУ-ның физкультура бүлегенә уҡырға инергә һөйләштек, ҡабул итеү имтихандары яҡынлаша бит”,-- тип яҙылған хат килеп төштө. Баҡтиһәң, алдан ҡайтҡан дуҫы Ирек менән булған хәлдәрҙе бөтөнләй белмәгән. Унан һуң ауылға килеп , мәрхүмдең ата-әсәһенең ҡайғыларын уртаҡлашып китте. Шулай үкенесле булды ҡәйнешемдең яҙмышы.
Быйыл Чечняла һуғыш башланыуға 25 йыл тулыу айҡанлы республикала күп кенә эштәр башҡарылды: “Хәтер китабы” сыҡты, баш ҡалала аллея булдырылды. Иректең Абдулхаҡ улының исеме китапта ла, аллеяла бар, әлбиттә. Яҡташтары ла уны онотмай. Ул уҡыған Йәнтеш мәктәбенә таҡтаташ ҡуйылды, йыл һайын батырҙың яҡты иҫтәлегә бағышланған район кимәлендә волейбол буйынса беренселек ойошторола.
Читайте нас: