Сибай сәхнәләрен үҙенсәлекле көнсығыш бейеүҙәре менән биҙәгән Нәркәс Бохарбаева өсөн бейеү -- ул азатлыҡ һәм мөхәббәт, бәхет, шатлыҡ кисереү. Ҡыҙҙың ата-әсәһе Айнур һәм Айгөл Бохарбаевтар бөгөнгө көндә лә Игорь Алабьев етәкләгән бал бейеүҙәренә йөрөй. Нәркәсте лә улар 4 йәшендә сәхнәгә сығара. Көнсығыш бейеүҙәре менән ҡыҙ ҡаланың «Ирәндек» лицейында уҡығанда 14 йәшенән ентекле шөғөлләнә, Рәсәй, Мысыр, башҡа сит ил бейеүселәренән оҫталыҡ һабаҡтары ала.
-- Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән ҡартәсәйем Менәүәрә һәм ҡартатайым Миниғәлим Бохарбаевтарҙың көтөп алған беренсе ейәнсәремен. өс ул тәрбиәләп үҫтергән ҡәҙерлеләрем миңә исемде лә үҙҙәре ҡушҡан. Бейеүгә маһирлыҡ та тап уларҙан да, әсәйем яғынан да күскәндер,-- ти Нәркәс үҙе тураһына һөйләүемде үтенгәс. -- Әлеге мәлдә Магнитогорскта рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерәм. Ялда үҙемдең «Көнсығыш ынйылары» студияһына эшкә ашығам. Унда иң бәләкәс шөғөлләнеүсемә 7 йәш булһа, иң ҙуры 12 йәшлек ҡыҙ.Сибайҙа күп кенә сараларҙа ҡатнашып, кешеләргә байрам кәйефе өҫтәйбеҙ.
IV курста уҡыған тырыш ҡыҙ Өфө, Төмән, Мәскәү ҡалаларында уҙған халыҡ-ара көнсығыш бейеүҙәре фестивалдәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә. Тере музыка оҙатыуы аҫтында (оркестр) бейеүҙәр башҡарған ҡыҙҙың уңыштары байтаҡ: Нәркәс «ALMAZ-2018», «Cairo Mirage -2017» фестивалдәре еңеүсеһе һәм призеры, Ижевскта үткән Профессионалдар лигаһы чемпионаты, "Oriental World Congress" конкурсы, "ALMAZ FESTIVAL-2019" тажы эйәһе, ике тапҡыр Кати Эшт призы еңеүсеһе. Ошо көндәрҙә ул Санкт-Петербургта үткән "MiraMar"Халыҡ-ара көнсығыш бейеүҙәре сәнғәте фестивалендә оркестр оҙатыуында Шааби, Балади төрҙәрендә профессионалдар араһында беренсе урын яулаған. Шулай уҡ ориенталь төрөндә икенсеккә өлгәшкән һәм дөйөм алғанда "Мисс Элегантность" номинацияһы еңеүсеһе тип табылған.
Сығыштарға ул костюмдарҙы үҙе тегә һәм биҙәй. Әйткәндәй, ул ысын башҡорт ҡыҙы булараҡ, салбар, ҡыҫҡа итәк кейергә бөтөнләй яратмай, оҙон еңле, оҙон күлдәктәргә өҫтөнлөк бирә. Бейеүҙән тыш, Нәркәс Айнур ҡыҙы фортепьянола уйнай, һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә, китаптар уҡый. Бер туған ҡустыһы Ихсанды, ата-әсәһен үҙе йөрөгән тарафтарҙан күстәнәстәр, бүләктәр алып ҡайтып ҡыуандырырға ярата. Уларҙы бер аҙнаһа күрмәһә, ныҡ итеп һағыныуын йәшермәй. Ҡыҙ бала ата йортонда ҡунаҡ ҡына булыуын яҡшы аңлай Нәркәс. Шуға ла әле сәхнә күрке булып йөрөгән ҡыҙ киләсәктә үҙен һөйөклө ҡатын һәм бәхетле әсәй итеп күҙ алдына килтерә.