Бөгөн Сибай ҡалаһы осондағы һыу ятҡылыҡтарының береһенә балыҡ тоторға барыусылар боҙ өҫтөндә үлеп ятҡан ике аҡҡошҡа юлыҡҡан. Шаһиттар, ҡоштарҙы боҙға бәрелеп йән биргән тип иҫәпләй. Сөнки улар ятҡан ерҙән алыҫ булмаған урында боҙ сатнаған.
Социаль селтәргә видеояҙма һалыусылар аҡҡоштар йылы яҡҡа осорға һуңлап ҡалып, боҙға бер-бер арты бәрелгәндәр, тип иҫәпләй.
Легендаларға таянып, изге ҡоштарҙың береһе осҡан ваҡытта йән бирһә, икенсеһе лә уның артына үлә, тигән фараз да йөрөтәләр.
Был хәлгә комментарий биреүселәр былай тип яҙа:
--Ул тиклем көс менән килеп бәрелеүҙәре буштыр, сөнки аҡҡоштар башлыса һыуға талғын, тыныс ҡына килеп ҡуна. Бында икенсе вариант дөрөҫлөккә тап килә, береһе үлһә, икенсеһе үҙен ҡорбан иткәндер.
Аҡҡоштар--моногамлы ҡоштар, йәғни һайлаған парҙарына ахырғаса тоғро ҡалалар. Орнитологтар белдереүенсә, парнерҙарының береһе үлһә, икенсеһе лә уның хаҡына үҙен ҡаяға, ташҡа, боҙға бәреп харап итә.
Ҡара төҫтәге аҡоштарға бындай тоғролоҡ хас түгел. Улар ҡыр өйрәктәре, күгәрсендәр һәм башҡа ҡоштар кеүек парын еңел алмаштыра. Бына шундай нюанстар бар. Аҡҡоштар бик йәл...