Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 17:05

Мейе майҙы, тәмәкене һәм алкоголде яратмай

Мейе майҙы, тәмәкене һәм алкоголде яратмайӘ уға нимәләр оҡшай һуң?Донъя кимәлендә билдәле нейрохирург аҡыллы кешеләргә дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!Ә һеҙ беләһегеҙме, иртәнсәк насар ашаһағыҙ йәки ҡапҡыларға бөтөнләй өлгөрмәһегеҙ, машинала китеп барғанда телефондан һөйләшһәгеҙ, тәмәке тартһағыҙ, эсһәгеҙ, үҙегеҙҙе һәр ваҡыт стресҡа дусар итһәгеҙ мейегеҙ ныҡ зыян күрә.

Мейе майҙы, тәмәкене һәм алкоголде яратмай
Ә уға нимәләр оҡшай һуң?
Донъя кимәлендә билдәле нейрохирург аҡыллы кешеләргә дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Ә һеҙ беләһегеҙме, иртәнсәк насар ашаһағыҙ йәки ҡапҡыларға бөтөнләй өлгөрмәһегеҙ, машинала китеп барғанда телефондан һөйләшһәгеҙ, тәмәке тартһағыҙ, эсһәгеҙ, үҙегеҙҙе һәр ваҡыт стресҡа дусар итһәгеҙ мейегеҙ ныҡ зыян күрә.
--Һеҙҙең мейегеҙгә таҙа, майлы булмаған аҙыҡ кәрәк. Әммә тәмле-татлынан да ҡырҡа баш тармағыҙ—бал булһа ла ашағыҙ. Мейе шоколад ярата, уға һыу кәрәк, әммә иң нығы ул йылмайғанды ярата,--ти 50 йылдан ашыу нейрохирург булып эшләүсе Влад Сиуреа.
Профессор, тәжрибәле табип Влад Сиуреа Румынияның тиҙ ярҙам дауаханаһында 10 йылдан ашыу директор вазифаһын башҡара. Нейрохирург үҙ ғүмерендә баш мейеһенә 23 мең операция яһаған. Уның иң бәләкәс пациенты 2 көнлөк кенә булған. Табип мейе тап үҙебеҙ арҡаһында ауырыуға һабышыуын яҡшы белә.
--Әгәр һеҙ планшетҡа, телефонға, телевизорға, компьютерға көнө буйы текләйһегеҙ икән, мейегеҙ һеҙгә рәхмәтле тип уйламағыҙ. Хәҙер кешеләр башлыса социаль селтәрҙәр аша аралаша, был ғәфү итмәҫлек хата! Беҙ төркөм менән йәшәр өсөн яралғанбыҙ, ә айырым-айырым түгел,--ти табип.
--Мейене һауыҡтырыуға тәүге аҙымдар ябай һәм һәр кем үтәй алырлыҡ. Бының өсөн иртә тороп, зараядка яһау, комната температураһындағы 2 стакан һыу эсеү ҙә етә. Иртәнсәк ни тиклем иртә торһаң, шул тиклем яҡшы. Тәҙрәгеҙҙе асып саф һауа һулағыҙ. Ике стакан йылы һыу хаҡында онотмағыҙ.
Беренсе стакан ашҡаҙан-эсәк буйҙары трактын эшләтеп ебәрә. Икенсеһе бөтә “локомотивты” хәрәкәткә килетереүе менән файҙалы. Ябай итеп әйткәндә, уянырға ярҙам итә.
Беҙ йоҡлағанда мейебеҙ йоҡламай, ул эске органдарҙы эшләтә. Ул тағы ла мөһим бер эш башҡара: кеше ауыр һорауҙар менән уны хәл итеү юлдарын эҙләп таба алмай ятып китһә, таңға уға яуап әҙер була. Шулай итеп, мейе уй, фекер, хәтер араһында бәйләнеш булдырып, таңға идея бирә. Шуға ла йоҡоһоҙ төндәрҙе онотоғоҙ.
Мейе май, тәмәке һәм алкоголь яратмай, әммә ҡара шоколадты үҙ итә.
Тәмәке йөрәккә лә, мейегә лә берҙәй зыянлы. Иртәнге ашығыҙ тыныс, яй шарттарҙа үтергә тейеш. Ҡабалан ашамағыҙ йәки юлда ҡапҡыламағыҙ.
Иртәнге ризыҡты тәмләп, ҡабаланмай ашыу яҡшы. Һәр тәғәмдең тәмен тойоп, ләззәтләнеп ашағыҙ. Бер нәмәгә лә борсолмағыҙ, тауыш, проблемалар булмаһын. Иртәнге ашығыҙ ни тиклем тыныс, яй шарттарҙа үтһә, шул тиклем үҙегеҙгә яҡшы буласаҡ. Иртәнсәк һеҙгә көнө буйына организм үҙ функцияларын үтәһен өсөн кәрәкле энергия һәм микроэлементтар талап ителә. Был бик мөһим.
Мейе май һәм ит яратмай
Нейрохирург әгәр ит ашайһығыҙ икән, аҡсағыҙҙы йәлләмәйенсә тик файҙалыһын һатып алырға кәңәш итә.
--Эйе, ит мейегә бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй. Күп ит ашау тәнде генә нығыта. Калорияһы түбән итте ашағыҙ. Күркә һәм балыҡ—иң файҙалы ризыҡтар.
Мейе май яратмай, тоҙҙо үҙһенмәй. Йылына бер-ике мәртәбә байрамадарҙа ғына уларҙы ашарға мөмкин. Әммә улар менән мауығырға ярамай,--ти табип.
Ә тәмлекәстәр? Уларҙың да бөтәһе лә файҙалы түегл, айырыуса ныҡ шәкәрлеләре.
--Ҡара натураль шоколад, ҡайнар натураль какао, бал—бына ошоларҙы мейе ярата. Обед баланслы булырға тейеш. Ашҡаҙанды тултырыуҙан фәтеүә юҡ—самаһын белегеҙ. Шулай уҡ һуттарға түгел, ябай һыуға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Мейенең максималь әүҙемлегенең ике нөктәһе бар: 10.00-12.00 һәм 16.00-18.00 сәғәттәр араһында баш яҡшы эшләй. Әгәр мейегеҙ арыһа, яйлап ҡына әҙерәк ҡәһүә эсегеҙ.
Табип белдереүенсә, мейенең иң яҡын дуҫы—йылмайыу. Шуға күрә лә ваҡытында һағыштан, ялҡытҡыс нәмәнән ҡотолоп, ваҡ-төйәккә лә ҡыуана белергә кәрәк.
Күптәр олоғайғас ҡына хәтер юғала тип уйлай. Йәштәр араһында ла онотоусылар байтаҡ. Альцгеймер сирен булдырмаҫ өсөн хәтерегеҙҙе нығытығыҙ.
--Мейегеҙҙе тренировкалағыҙ, аралышыу, асыҡ булыу—былар барыһы ла мөһим шарттар. Тышта күп йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ, яңылыҡҡа ынтылығыҙ, ҡыҙыҡ өсөн генә түгел, нимәгәлер өйрәткән фильмдар һәм сериалдар ҡарағыҙ, кроссвордтар һәм башватҡыстар сисегеҙ. Мейе өсөн хәрәкәт бик мөһим. Хәрәкәттә--бәрәкәт. Өс нәмә мөһим: телмәр, яҙыу, хәрәкәт. Күптәр музыканы инҡар итә, уны рәхәтләнеп тыңлай белмәй, уға бейеүҙе әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит бейеүҙең Альцгеймер сиренең иртә үҫешен кисектереүе раҫланған.
Яҡшы йоҡо 6 сәғәттән дә ашмаҫҡа тейеш. Ул мейене ҡый-ғыпырҙан таҙарта.
22.00 сәғәттә йоҡларға ятығыҙ, телевизорҙы һәм компьютерҙы йоҡоға талыр алдынан 1-2 сәғәт алда һүндерегеҙ. Улар урынына китап уҡығыҙ. Ул һеҙҙе яҡшы ялға көйләр.
Әгәр ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, үҙегеҙҙә һис шикһеҙ үҙгәрештәр тойорһоғоҙ.
Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне.
Читайте нас: