Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2019, 00:00

Башҡорт телен яратам

Башҡорт телен яратамБашҡорт телендә китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ә балаларығыҙ әкиәттәр беләме? Улайһа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡорт телен яратам” конкурсы һеҙҙең өсөн! Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнөнә ҡарата ойошторолған ижади бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Еңеүселәрҙе елле бүләк көтә.

Башҡорт телен яратамБашҡорт телендә китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ә балаларығыҙ әкиәттәр беләме?
Улайһа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡорт телен яратам” конкурсы һеҙҙең өсөн! Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнөнә ҡарата ойошторолған ижади бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Еңеүселәрҙе елле бүләк көтә.
Социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса интернет-конкурс иғлан ителә.
  1. «Һаумы, һаумы, әкиәт!»
  2. «Мин башҡортса уҡыйым»
    3. “Театрлаштырылған күренеш"
    4. “Матур яҙыу дәфтәре” башҡортса текстар марафоны
    Конкурстың положениеһы менән ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми битендә танышырға мөмкин.
    Эштәр “конкурс” билдәһе менән 8 декабргә тиклем [email protected]адресына ебәрелә һәм #ҡоролтай#конкурсбашҡорттеленяратам хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыла.
    «Һаумы, һаумы, әкиәт», “Театрлаштырылған күренеш”, “Матур яҙыу дәфтәре” конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.
    Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм аныҡ ваҡыты социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.
    Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-31-62, 246-32-47 .