Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 11:20

Халыҡ уйындарын тергеҙеп

Ҡатнашыусылар дүрт төркөмгә бүленеп , командаларға исемдәр уйлап үҙ-ара ярышты. Башҡорт халҡының «Тирмә», «Бәшмәк йыйыу», «Йәшерәм, йәшерәм яулығым», рустарҙың «Мәскәй әбей», «Түңәрәк лапта», «Йылғасыҡ» һәм башҡа уйындары барыһының да күңелдәренә хуш килде.

Халыҡ уйындарының тарихы ифрат тәрән. Улар күңел асыуҙан бигерәк тылсым мәғәнәһендә, үҫмерҙең ир ҡорона күсергә лайыҡ булыу-булмауын асыҡлау, кешеләге таҫыллыҡты һынау маҡсатында,уға дәрәжә биреү, оҫталыҡты билдәләү маҡсаттарын күҙ уңында тота. Һәр уйын йөкмәткеһендә тәртип-фәлсәфә, йәшерен уй-фекер,тәрбиә мәктәбе, йола ла , сәнғәттә ул. Халыҡ уйындары, берҙән, ял,күңел асыу, тән һәм йән яҙыу сараһы. Икенсенән, йүгереү, һикереү, ҡыуышыу, еңеүсене, хөрмәткә лайыҡ кешене билдәләй, яуызлыҡты яҡшылыҡ еңеүен күрһәтә. Әхләҡи, рухи ҡиммәттәр кеүек төп үҙсәнлектәре уйындың тәрән йөкмәткеле вазифаһын, ирмәк ҡатыш етди рухи сығанаҡ икәнен дәлилләй.
Башҡорт халҡында киң таралған, яратып уйналған ҡайһы бер уйындары рус, украин хороводтарының йоғонтоһон кисергән. Йыр-таҡмаҡтар башҡорт милли телендә булһа, бейеү хәрәкәттәрендә башҡа халыҡ мәҙәниәте һыҙаттары күренә. Мәҫәлән: «Косилка-молотилка», “Наза”уйындарын шундайҙарға индерергә була.
Сибай педагогия колледжы студенттары халыҡ уйындарын өйрәнергә, уларҙы өлкәндәрҙән ҡабул итеп алып, киләсәк быуынға еткерергә тигән маҡсат менән ҡаланың Балалар ижады үҙәге алдындағы майҙансыҡтта халыҡ уйындары уйнаны.
Сибай педагогия колледжы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына, “Мәғариф”милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашып һәм 1 миллион һумдан ашыу грант яулауын хәбәр иткәйнек. Уҡыу йорто уҡытыусылары—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаеваларҙың конкурста еңгән “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проекты уңышлы эшләй. Төбәктә татыу йәшәгән ике милләт мәҙәниәте аша дәүләт телдәрен үҫтереүҙе, республиканан ситтә--Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, үҙебеҙҙә башҡорт телен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс йүнәлештә--“Рухи мираҫ” башҡорт телен терегеҙеү, “Духовное наследие” рус телен үҫтереү, “Урал аръяғы оҫталары” студиялары аша тормошҡа ашырыла.
--Гранттың сираттағы сараһы—рус һәм башҡорт халҡының милли уйындарын уйнауға арнала. Уйындарға колледж студенттарын ғына түгел, мәктәп уҡыусыларын, ҡала халҡын да йәлеп иттек,--ти уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы Харисова.—Уйындар барышында телдәрҙе үҫтереү маҡсатында ҡулланылған терминология тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, республикабыҙ милләттәренең алтын хазинаһына ғорурлыҡ тәрбиәләйбеҙ.
Алып барыусыларҙың рус һәм башҡорт милли кейемдәрендә булыуы байрамға айырым биҙәк өҫтәне.
Ҡатнашыусылар дүрт төркөмгә бүленеп , командаларға исемдәр уйлап үҙ-ара ярышты. Башҡорт халҡының «Тирмә», «Бәшмәк йыйыу», «Йәшерәм, йәшерәм яулығым», рустарҙың «Мәскәй әбей», «Түңәрәк лапта», «Йылғасыҡ» һәм башҡа уйындары барыһының да күңелдәренә хуш килде.
Сара аҙағында еңеүсе «Ҡурай”, “Ҡороттар”,” Миләштәр”,” Рус алмалары” командалары татлы приздар менән бүләкләнде.
Гөлдәр Дәүләтбаева, ижади төркөм ағзаһы, педагогия колледжы уҡытыусыһы,
Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре.
#нацпроекты
Читайте нас: