Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2018, 13:04

Тәҙрә кәрәк, тәҙрә

Сибай ҡалаһы халҡы 2019 йылға урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн барлыҡ тырышлығын һала. Әйтәйек, Федор Белов урамының 18/1 йортонда йәшәүселәр «Ирәндек» лицейында йыйылды. Ата-әсәләр балалары башлыса ошо белем усағында балалары уҡығанлыҡтан, лицейҙы төҙөкләндереү яҡлы. Улар бер тауыштан бинаның ағас тәҙрәләрен пластикка алмаштырыу яҡлы. Ҡамышлы-Үҙәк ҡасабаһындағы 8-се мәктәптә йыйылыусылар ҙа ошо уҡ проектты хупланы, йәғни күптән төҙөлгән мәктәптең тәҙрәләрен яңыртыу бында ла көнүҙәк мәсьәлә булып тора.