АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2018, 09:42

Цемент заводы буласаҡ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡытай инвесторҙары менән осрашты. Һөйләшеү Сибай ҡалаһында цемент заводы төҙөү проекты тураһында булды. Дөйөм инвестициялар күләме—13 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк.Быйыл сентябрь айында Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытайҙа булып, был заводты төҙөү тураһында килешеп ҡайтҡайны. Ул саҡта Сычуань провинцияһының Лэшань ҡалаһында урынлашҡан иң ҙур цемент заводында булғайнылар. Был предприятие йыл һайын 12 миллион тонна тауар етештерә. Заводтың үҙенсәлеге юғары экологик кимәлендә. Сибайҙа асыласаҡ завод та шундай уҡ ҡорамалдар һәм технологиялар нигеҙендә эшләнәсәк, әммә етештереү кимәле йылына ике миллион самаһы булмаҡсы.