«Ялған директор»
Сибай ҡалаһының мировой судьяһы 30 йәшлек Баймаҡ районы кешеһенә ҡарата хөкөм сығарҙы. Ул Рәсәй Федеарцияһы Енәйәт кодексының 173.2-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса ғәйепләнә. Судта асыҡланыуынса, 2017 йылда февралдә ғәйепләнеүсегә бер ир мөрәжәғәт итә һәм 5 мең түләп, үҙен бер фирманың директоры итеп (йәғни формаль рәүештә генә) күрһәтеүен үтенә. Тәүгеһе ризалаша, икенсеһе ысынында ундай фирма булмауын һәм унда директор булып эшләргә йыйынмауын яҡшы аңлай.Fәйеплегә суд ҡарары менән 3 айлыҡ махсус эш ҡушыла.Ф.Мортаев, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.