Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2018, 15:19

Эшләгәндәре халыҡ өсөн

Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы янындағы Таштау быуаһына яңынан торба һалынып, һыу йырылып китмәһен өсөн нығытып быуылды. Ауыл көтөүенә йөрөгән малдар һыу эскән урынды тәртипкә килтереүгә Әхәт Өмөтбаев, Хәлим Күҙәбаев, Ринат Сәлихов, Айҙар Солтановҡа Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселеге ҙур рәхмәт белдерә.