Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2018, 17:07

Көҙгө саҡырылыш бара

1 октябрҙән Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш бара. Башҡортостандан 5 меңдән ашыу егет һалдат шинелен кейәсәк. Декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк көҙгө саҡырылыш мәлендә граждандарға хәрби бурыстарын үтәү тәртибен аңлатыу буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш»тәр булдырылған. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариатҡа 8 (34775)2-35-07, 2-35-09, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатына 8 (347) 228-02-92, 8 (347) 253-13-48, 8 (347) 228-43-59 телефондарына шылтыратырға мөмкин.