Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2018, 13:00

Сүп-сар реформаһы старт ала

Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә «сүп-сар реформаһы»н башлаясаҡ, уға ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыу, эшкәртеү махсуслашҡан төбәк операторҙарына йөкмәтеләсәк.

Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә «сүп-сар реформаһы»н башлаясаҡ, уға ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыу, эшкәртеү махсуслашҡан төбәк операторҙарына йөкмәтеләсәк.
Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү «Эко-Сити» компанияһы төбәк операторына йөкмәтелгән. Был компания республикабыҙҙың баш ҡаланан ятҡан алыҫ ҡала-райондарынан да сүп-сар сығарыуҙы ойошторорға иҫәп тота.
Әлеге ваҡытта йәмғиәт етәкселеге күләмле йүнәлеште башлауға әҙерлек эштәре алып бара һәм транспорт логистикаһын төҙөй. Ул майҙаны буйынса иң ҙур биләмәне хеҙмәтләндереп, үҙ эсенә Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Fафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондарын ала. Атап әйткәндә, 4 ҡала һәм 18 районды «Эко-Сити» компанияһының 3-сө төбәк операторы хеҙмәтләндерәсәк.
Урал аръяғында беренсе мәртәбә тулы ҡеүәттә сүп-сар сығарыу ойоштороласаҡ. Быға тиклем ауылдарҙағы ҡалдыҡтар яҡындағы ҡыйлыҡтарға ғына ауҙарыла. Сүплектәрҙең күбеһе әлеге ваҡытта тулған һәм рекультивация талап итә. Төбәк операторы яуап биргән майҙанда ете лицензиялы полигон урынлашҡан: Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет, Учалы ҡалаларында. Уларға райондарҙың алыҫ урынлашҡан ауылдарынан сүп-сар ташыу ҡиммәткә төшә, шуға ла урындарҙа тейәү-бушатыу станциялары йыһазландырырға ҡарар ителгән.
Әлеге ваҡытта «Эко-Сити» белгестәре урындағы хакимиәт башлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып бара, станциялар өсөн төрлө райондарҙа 17 урын билдәләнәсәк, был сүп-сарҙы тиҙ арала йыйырға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: