Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2023, 12:00

Сибай ҡалаһы эшҡыуары Эля Макарованың фотоһы «Profiperfomance» журналының юбилей сығарылышының тышлығын биҙәй

Ошо көндәрҙә уңған гүзәл заттың фотоһы «Profiperfomance» журналы тышында донъя күрҙе. Был эшлекле етәксенең беренсе һәм иҫтә ҡалырлыҡ тәжрибәһе. Эльвина Руслан ҡыҙы журнал тышлығын биҙәгән фотоға былтыр төшкән. Бындай мөмкинлек тыуғас, ул ҡулында бәләкәй сабыйы барлығына ла ҡарап тормай, бәпәсе менән ҡуша Санкт-Петербургҡа оса. Эльвина руслан ҡыҙы шулай уҡ «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативалырына ярҙам» милли проекты сиктәрендә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына ярҙам күрһәтеү муниципаль конкурсында ҡатнашып ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға финанс ярҙамы ла алған.

Сибай ҡалаһы эшҡыуары Эля Макарованың фотоһы «Profiperfomance» журналының юбилей сығарылышының тышлығын биҙәй
Сибай ҡалаһы эшҡыуары Эля Макарованың фотоһы «Profiperfomance» журналының юбилей сығарылышының тышлығын биҙәй

-Сәләмәт кеше генә тормоштан йәм таба. Матурлыҡ һәм сәләмәтлек йәнәш барһа иһә донъя бөтөнләй түңәрәккә әйләнә. Матурлыҡ идеалы сәләмәтлек идеалы менән тап килә. Кешенең тиреһе - уның организмының бөтә етешһеҙлектәрен сағылдырған көҙгө. Тиренең торошо дөрөҫ гигиена һәм косметик ҡарауға бәйле. Бьюти-индустрия сәләмәтлек өсөн бик күп эшләгән тармаҡ,--ти Эля Макарова, күрһәткән хеҙмәттәренең төп йүнәлештәрен аңлатып.

Сибайҙа «Эля Макарова»ның матурлыҡ клиникаһы 10 йыл дауамында халыҡҡа юғары стандартлы, лицензияланған косметологик һәм медицина ярҙамы күрһәтә. Эшҡыуарҙың клиникалары беҙҙең ҡалала ғына түгел, Баймаҡ һәм Магнитогорск ҡалаларында ла эшләп килә.

Ошо көндәрҙә уңған гүзәл заттың фотоһы «Profiperfomance» журналы тышында донъя күрҙе. Был эшлекле етәксенең беренсе һәм иҫтә ҡалырлыҡ тәжрибәһе. Эльвина Руслан ҡыҙы журнал тышлығын биҙәгән фотоға былтыр төшкән. Бындай мөмкинлек тыуғас, ул ҡулында бәләкәй сабыйы барлығына ла ҡарап тормай, бәпәсе менән ҡуша Санкт-Петербургҡа оса. Журнал эсендә уның эшмәкәрлеге, тормошо хаҡында күләмле генә мәҡәлә, зауыҡлы фотолар ҙа бар.

Эльвина руслан ҡыҙы шулай уҡ «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативалырына ярҙам» милли проекты сиктәрендә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына ярҙам күрһәтеү муниципаль конкурсында ҡатнашып ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға финанс ярҙамы ла алған.

Эля Макарова ғаилә бизнесын ире менән бергә алып бара. Улар 4 малайға ғүмер бүләк иткән күп балалы ғаилә булараҡ та күптәргә өлгө.

 

Сибай ҡалаһы эшҡыуары Эля Макарованың фотоһы «Profiperfomance» журналының юбилей сығарылышының тышлығын биҙәй
Сибай ҡалаһы эшҡыуары Эля Макарованың фотоһы «Profiperfomance» журналының юбилей сығарылышының тышлығын биҙәй
Автор:Гульдар Кадаева