АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель 2022, 13:10

Юлдар рәтләнде. Хәҙер клумбалар эшләйбеҙ

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ошондай яҙма ҡуйҙы.

Юлдар рәтләнде. Хәҙер клумбалар эшләйбеҙ
Юлдар рәтләнде. Хәҙер клумбалар эшләйбеҙ

"Былтыр көҙ Сибай ҡалаһының Интернациональ тыҡрығын тулыһынса төҙөкләндерҙек—юлға асфальт түшәнек, парковка һәм тротуарҙы рәтләнек, яҡтылыҡ бағаналары ҡуйҙыҡ, шыршы аллеяһы ултырттыҡ.
Хәҙер беҙҙең алда Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы һәм “Ҡурай” балалар баҡсаһы биләмәләрен төҙөкләндереү, матурлау бурысы тора. Бында декоратив үләнле һәм сағыу петуниялар ултыртылған ике гравий клумбаһы барлыҡҡа киләсәк.
Ҡаланың архитектура бүлеге был тәңгәлдә биҙәүҙең ике төрлө эскизын тәҡдим итә. Хөрмәтле ҡалалаштарҙан үҙегеҙгә оҡшаған вариант өсөн тауыш биреүҙҙе һорайым һорайым. Үҙегеҙҙең тәҡдимегеҙҙе лә белгертә алаһығыҙ".

Һеҙгә сәскә-гравий композицияһының ҡайһы төрө нығыраҡ оҡшай?

Юлдар рәтләнде. Хәҙер клумбалар эшләйбеҙ
Юлдар рәтләнде. Хәҙер клумбалар эшләйбеҙ
Автор:Гульдар Кадаева